Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Ноябрь 2021, 18:00

Үтек хужаһы билдәле

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Ниһайәт, тәүге бүләгебеҙҙең хужаһын асыҡлау көнө килеп етте. “Торатау” ға киләһе йылға яҙылған райондаштарыбыҙҙан квитанциялар ҙа был осорҙа әүҙемләште. Шулай ҙа бүләгебеҙ иң өлөшлөһөнә төштө.

Үтек хужаһы билдәле
Үтек хужаһы билдәле

Үтек хужаһы - ҡалабыҙҙың Совет урамы, 33 адресы буйынса йәшәүсе Нурғәлиева Р.Ю. Гәзит уҡыусыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм редакцияла бүләк артынан килеүен көтөп ҡалабыҙ.

Киләһе йомала фен оттормаҡсыбыҙ. Гәзиткә яҙылып өлгөрмәһәгеҙ, йәһәт кенә быны башҡарып квитанцияғыҙҙы беҙгә ебәрә һалығыҙ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: