Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Ноябрь 2021, 10:15

Ишембай телевидениеһы яңы офоҡтар аса

21 ноябрь – Бөтә донъя телевидение көнө

Ишембай телевидениеһы яңы офоҡтар аса
Ишембай телевидениеһы яңы офоҡтар аса

Теге йәки был ваҡиға тураһында өйҙән сыҡмай ғына телевизор аша күреү уңайлылығына күптән өйрәнеп бөткәнбеҙ. Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның асылын бөтә тулылығы менән тамашасыларына еткерә.

Райондаштарыбыҙ ҙа үҙҙәренең телевидениеһы булыуы менән бәхетле. Район һәм ҡалалағы яңылыҡтарҙы “Ишембай телевидениеһы” коллективы “Сәләм”, “Башҡортостан 24” телеканалдары аша бөтә республикаға еткереп тора. Бынан тыш социаль селтәрҙәрҙә лә үҙҙәренең тамашасылары бар. Ишембай телевидениеһы бер урында тормай, коллективта ла, эшмәкәрлектә лә үҙгәрештәр бар. Һөнәри байрамдары алдынан гәзит уҡыусыларыбыҙҙы уларҙың бөгөнгөһө, киләсәккә маҡсаттары менән таныштырырға булдыҡ. Бында рус һәм башҡорт студиялары булдырылған. Ундан ашыу кешенән торған хеҙмәт коллективы директоры - Фәнзил Кәрим улы Әҙелбаев. Был вазифаға ул июнь айында тәғәйенләнде. Йәш, үҫеүгә ынтылышлы етәксенең хеҙмәт юлы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Фәнзил Кәрим улы быға тиклем Сибай телевидениеһына етәкселек иткән. Шулай уҡ уның БСТ-ла, “Тамыр” телеканалында, Красноусол шифаханаһы телевидениеһында хәбәрсе, режиссер, телеоператор-монтажер булараҡ тәжрибәһе бар. Шуға ул телевидениеның бөтә нескәлектәрен төптән белә тип әйтеү һис тә хата түгел.

- Ишембай мине йылы ҡабул итте, бәләкәй, тыныс ҡалаға үҙемдең дә күңелем ятты. Кәләшем дә ошо яҡтан булғас, минең өсөн Ишембай сит түгел. Әйткәндәй, ул да күптәргә зәңгәр экрандар аша таныш. Хәҙер Урман-Бишҡаҙаҡта йәшәүсе ҡәйнәм менән ҡайныма ҡайтып ярҙам итеү мөмкинлеге лә киңерәк, улар ҙа ейән-ейәнсәрҙәренең үҫкәнен күрәләр, - тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Фәнзил Кәрим улы.

Яңы етәксе килеүгә күп ваҡыт үтмәгән, ләкин эштең ыңғай һөҙөмтәһе һиҙелә. Коллективта яңы белгестәр барлыҡҡа килеүе лә эш сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә. Иң беренсе булып коллективтың штатында график дизайнеры барлыҡҡа килгән. Был эште бөгөнгө көндә Ишембайҙың билдәле рәссамы Станислав Маркелов алып бара. Интернет, социаль селтәрҙәр үҫешкән заманда компьютер графикаһы оҫтаһынан тыш уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Кешене ылыҡтырырҙай видеопродукция сығарыу бөгөн заман талабы. Социаль селтәрҙәр өсөн яуап биреүсе редактор Айгөл Яҡупова ла коллективтағы яңы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Инстаграмда яҙылыусылар һанының 800-ҙән 1600-гә тиклем күтәрелеүенә уның да тырышлығы һалынған. Телевидениены күбеһенсә оло йәштәгеләр ҡараһа, йәштәр инстаграмм аша яңылыҡтарҙы күҙәтә. Ошо рәүешле Ишембай телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре төрлө аудиторияны үҙенә ылыҡтыра.

- Яңылыҡ оҙаҡ һаҡланып ятырға тейеш түгел. Беҙ ҙә, теге йәки был сарала булып ҡайтҡас, уны телевидениела сыҡҡанын көтмәйбеҙ, тиҙ генә социаль селтәргә
һалабыҙ. Шуға яҡташтарыбыҙ яңылыҡтар менән “эҫе” сағында интернет аша танышып бара, - тине Фәнзил Кәрим улы.

Телевидениела элек яңылыҡтар аҙнаһына ике тапҡыр – шаршамбы һәм йома көндәрендә сыҡһа, хәҙер шишәмбе көнө лә өҫтәлгән. Коллективта ижади эш өсөн яуап биреүсе баш мөхәррир булдырыу ҙа, һөҙөмтәлелекте күтәреү маҡсатын күҙ уңында тота. Был вазифаны әле Алена Чернова алып бара. Әйткәндәй, хәбәрселәр материалдарҙы БСТ каналының яңылыҡтар тапшырыуына ла әҙерләп өлгөрә.

Ваҡыт уҙа, заман үҙгәрә, яңы мөмкинлектәр асыла. Ишембай телевидениеһында продакшн - студия булдырып, видеопродукция сығарыу эшен яйға һалыу ҙа эш
даирәһен киңәйтә.

Коллективтың яҡын киләсәккә пландары менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

- Киләһе йылда тура эфирҙа тапшырыуҙарҙы тергеҙергә ниәтләп торабыҙ. Иң элек уны социаль селтәрҙә башлау күҙ уңында тотола. Шулай уҡ тура эфирҙа телевизион - шоу ойоштороу ниәте лә бар. Муниципаль район хакимиәте тарафынан ярҙам күрһәтелә. Шуға был ниәттәребеҙҙең дә тормошҡа ашырына ышанабыҙ. Минең фекеремсә, кеше туҡтауһыҙ үҫергә ынтылырға, хәрәкәттә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына эшләүе лә ҡыҙыҡлы буласаҡ, тормош бер ҡалыпҡа һалынмаясаҡ, - тигән фекерҙәрен дә әйтте Фәнзил Кәрим улы.

Журналистарҙың эше ваҡиға урынында булыу менән генә сикләнмәй, ҡайтҡас уны тамашасыларға еткереү өсөн, материалды эшкәртергә лә күп көс китә. Был юлы коллективтың тәжрибәле журналистарының береһе, башҡорт редакцияһы редакторы Хәнә Мәҡсүтованы студияла “Йырлы бүләк” музыкаль тапшырыуын яҙылған мәлендә тап иттек. Әйткәндәй, был тапшырыуҙы үҙ итеүселәр даирәһе киңәйә. Ишембайҙа йәшәүсе яҡындарын ғүмер байрамдары менән ҡотлап Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Мәсетле, Илеш, Хәйбулла һәм башҡа төбәктәрҙән мөрәжәғәт итәләр. Быға тиклем 30 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған уҡытыусының күңелендә
тележурналистикаға һөйөү күптәндән килә.

- Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған сағымда журналистика түңәрәгенә йөрөнөм. Шул йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе инем. Ләкин журналистикаға мәктәптә байтаҡ йылдар эшләгәндән һуң ғына килдем. “Арис” телевидениеһына хәбәрселәр кәрәк тигән иғланды күреп ҡалдым да көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Бер юлы мәктәптә лә уҡыттым, телевидениела ла эшләнем. Шулай итеп йәш саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырҙым. Һуңғы йылдарҙа Ишембай телевидениеһында хеҙмәт итәм. Яратҡан эш ялҡытмай ҙа, арыттырмай ҙа, тиҙәр бит. Мин дә үҙемдең эшем менән бәхетлемен. Миңә бигерәк тә ауылдарға йөрөүе оҡшай. Сөнки тап ауылдарҙа ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле геройҙар бик күп. Әлеге көндә “Ни хәлдәһең, яҡташ?” тип исемләнгән тапшырыу сығарырға ниәтләп торам, - тип киләсәккә пландары менән дә бүлеште Хәнә Әхмәт ҡыҙы.

Сюжет бер генә кешенең тырышлығы, көсө менән башҡарылмай, унда тотош ижади төркөмдөң хеҙмәте ята.

Телеоператорҙарҙың оҫталығына ла күп нәмә бәйле. Уңыштың яртыһы уларҙыҡы. Был йәһәттән коллектив үҙҙәренең операторҙары менән маҡтана ала - Илназ Биҡҡужин, Заһир Хәсәнов кеүек егеттәр ял, байрам тип тормай һәр ваҡыт эш ҡоралдары менән ваҡиға урынына сығырға әҙер.

Тәжрибәле журналистар янына йәштәрҙең килеүе лә ҡыуаныслы. Улар ҙа дөйөм эшкә яңы һулыш индерә. Йәштәрҙән Алина Садретдинова, Руфина Хужәхмәтова
һәм башҡа журналистарҙың исемдәрен тамашасылар ҙа хәҙер танып бөткән. Документтар эшен алып барыусы Элена Насырова, водитель Морат Шәрипов та дөйөм хеҙмәткә үҙ өлөшөн индерә.

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Динә Мурзинаның телевидениела ҙур тәжрибәһе лә эште алып барыуҙа ныҡлы ярҙам булыуын билдәләнеләр коллективта.

- Һөнәри байрамыбыҙ алдынан коллегаларыма теләгем – үҙгәрештәрҙән, яңылыҡтарҙан ҡурҡмаһындар. Был уларға үҙҙәренең һәләттәрен баһаларға ярҙам итәсәк. Күпмелер ваҡыттан, “Бына бит булдыра алдыҡ”, тип әйтерлек булһын, - Ишембай телевидениеһы директоры Фәнзил Әҙелбаевтың был һүҙҙәре коллективҡа алға этәргес көс биреп тора.

Киләсәктә лә шулай хеҙмәтегеҙҙән тәм табып, дәртләнеп эшләргә яҙһын һеҙгә. Уңыштың нигеҙе тап шунда булыуы күптәндән һыналған.


Автор фотолары.

Ишембай телевидениеһы яңы офоҡтар аса
Ишембай телевидениеһы яңы офоҡтар аса
Ишембай телевидениеһы яңы офоҡтар аса
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: