Мәктәптә бөгөн йәрминкә,
Мәктәптә бөгөн — байрам.
Бөтәһе әйбер килтергән,
Әҙерләнгән дә алдан.
Этҡол мәктәбе алды кисә шау-гөр килеп торҙо. Өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ ине: йәшелсә-емеш, татлы бал, бихисап ҡамыр аштары, оҫта ҡулдар эшләгән әйберҙәр - барыһы ла йәрминкәгә айырым матурлыҡ, йәм өҫтәне. Ниндәй баҙар икән был, тиһегеҙме? Этҡол урта мәктәбендә көҙгө йәрминкә үтте.
Бер-ике сәғәткә уҡыусылар үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп тойҙо. Һәр кем үҙ тауарын һатырға, табыш алырға тырышты.
Байрам бөтәһенә лә бик оҡшаны, барыһы ла ҡәнәғәт булып таралышты.