Мәктәп йылдары - бала саҡтың иң матур, иң ғәмһеҙ мәлдәре. Ун бер йыл Ҡаф тауы артында һымаҡ тойолһа ла, күҙ асып йомғансы үтә лә китә икән. Бына мин дә яңы ғына Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы инем, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлап, “Тамыр” каналында эшләй башлауыма ла байтаҡ булып киткән.
Гимназияла уҡыған йылдар матур хәтирә булып иҫемдә ҡалды. Ундағы hәp бер көнөм иҫтәлекле, hәp бер дересем фәһемле булды. Миңә тел ғилеме, әҙәбиәт, тарих фәндәре яҡынырак булғас, гуманитар фәндәргә өҫтөнлөк бирелгән йүнәлештә уҡыным. Үҙ балаһылай күреп, йөрәк йылыһын биреп уҡыткан уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр эшләй гимназиябыҙҙа. Улар беҙҙең өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Һәp ваҡыт аҡыллы кәңәштәрен, фәһемле һабаҡтарын биреп, яғымлы йөҙ, мөләйем ҡараш менән ҡанатландырып, илһамландырып торҙолар.
Мәңге тешем үтмәҫтәй тойолған алгебра һэм геометрия фәндәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп уҡытҡан Самат Сабит улы Халиҡовты һоҡланып хәтергә алам. Түҙемле, сабыр холоҡло ул, атайҙарса аҡыллы кәңәштәрен бирә торғайны. Ауыр мәсьәләләрҙе лә, тормоштағы миҫалдар менән caғыштырып, еңел генә итеп аңлата белде. Дамир Рәфҡәт улыХәлисовтың тарих дәрестәрен онотолоп тыңланык. Был фән дә кемдәргәлер ауыр һәм күңелһеҙ тойолалыр, сөнки даталар ятлап ултырыуҙың бер ҡыҙығы ла юҡ бит, ә беҙҙә ул йә уйын форматында үтте, дәресебеҙ йә ярышҡа, йә бәхәс яланына әүерелде. Остазыбыҙ берәй илдең тарихын һөйләй башлаһа, үҙебеҙҙе шул илгә сәйәхәткә барып ҡайтҡан һымаҡ тойҙоҡ! Физика һәм химия фәндәрен Тәлғәт Ҡаһарман улы Һөйөндөков менән Алмаз Ҡасим улы Насретдинов уҡытты. Ағайҙарыбыҙ, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, тәжрибәле педагогтарыбыҙҙаан бер ҙә ҡалышманы, балалар менән уртаҡ тел таба белде.
Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән Луиза Риф ҡыҙы Мирасова менән Ямал Ғафир ҡыҙы Спиридонова беҙҙе имтихандарға ныҡлы әҙерләп, төплө белем бирҙеләр. Гимназиябыҙ ысын мәғәнәһендә беҙҙең икенсе йортобоҙ ине. Унда ҡанаттарыбыҙҙы нығыттыҡ, үҙаллылыҡҡа, түҙемлеккә өйрәндек. Беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырып, ауыр һәм моңһоу саҡтарҙа һүҙ менән дә, күңел йылыһы менән дә, күҙ ҡарашы менән дә әсәләрсә хәстәрлек күрһәткән әҙәбиәт уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Фәйзуллинаға рәхмәтемдең иң олоһо! Ғәлиә апай минең фекерҙәш дуҫым да, серҙәшем дә, кәңәшсем дә ине. Беҙҙең
менән төрлө темаларға ихлас аралашты ул, ауыр хәлдән сығыу юлдарын дөрөҫ итеп табырға өйрәтте. Ике йыл эсендә беҙ уның менән тау аҡтарҙыҡ, тиһәм
дә хата булмаҫ. “Йәншишмә” гәзитенә, “Аманат” журналына әллә күпме мәҡәлә яҙҙыҡ, каникулдарҙа ла ял итмәй, олимпиадаларға әҙерләндек. Эшебеҙ һөҙөмтәле булды: 11-се класта уҡығанда мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе, “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булдым. Мәҡәләләр яҙа белеүем әле лә эшемдә ярҙам итә. Тапшырыуҙарыма сценарийҙар яҙырға ултырғанда һәр саҡ: “Ғәлиә Миҙхәтовна ошо теманы нисек асыр ине икән?” тип уйлайым. Бөгөнгө көндә “Тамыр” каналында үҙ һүҙемде, үҙ тауышымды табып эшләп йөрөйөм икән, бында, һис шикһеҙ, уҡытыусымдың роле ҙур.
Тәрбиәселәребеҙ Фәймә Ғәлимйән ҡыҙы Вәхитова менән Фәнүзә Шамил ҡыҙы Мөрсәлимова ла беҙгә бөтә күңел йылыһын бирҙеләр – икенсе әсәйҙәребеҙ булдылар. Тыуған өйөбөҙҙө һағынып илаған саҡтарҙа йыуаттылар. Беҙҙе оло тормош юлына әҙерләнеләр, тормош һынауҙары алдында һынмаҫҡа, бөгөлмәҫкә өйрәттеләр.
Быйыл ҡасандыр нефтселәрҙең балалары өсөн үҙ ишектәрен асҡан интернатмәктәпкә 90 йыл. Бер быуатҡа яҡын ғүмер арауығында интернат-мәктәп төрлө үҙгәрештәр кисергән. Һуңғы утыҙ йылда беҙ уны гимназия-интернат булараҡ беләбеҙ. Шәхсән үҙемдән: “Ҡайҙа уҡының?” - тип һораһалар, ҙур ғорурлыҡ
менән: “Ишембайҙағы башҡорт гимназияһында”, - тип яуап бирәм. Ысынлап та, тап ошо мәктәптә уҡыуым, тормош юлымда тап Ишембай гимназияһында
эшләгән уҡытыусы-тәрбиәселәр осрауы менән бәхетлемен. Ул йылдарҙа гимназияның директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин ҡулыбыҙға аттестат тапшырған ваҡытта: “Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, онотмағыҙ: һеҙ – Ишембай гимназияһыныҡылар!”, - тигәйне. Йөрәккә уйылып ҡалған был һүҙҙәр. Рәхмәт һиңә, гимназиям! Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле уҡытыусы-тәрбиәселәрем! Барығыҙҙы ла белем усағының оло юбилейы менән ҡотлайым, юғары ҡаҙаныштар, һаулыҡ, тырыш уҡыусылар теләйем.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ!