Оркестрҙың етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәре, арыу-талыу белмәй балаларға белем биреүсе остаз Әнүәр Хөрмәт улы Ниғмәтуллин. Ул районда ғына түгел, республикала ла билдәле шәхес – илле йылдан артыҡ балаларға үҙе белгәндәрҙең барыһын да өйрәтеп ҡалдырырға тырыша... Шуға ла барыһы ла уны яҡын күреп “Әнүәр ағай” тип өндәшә. Әнүәр Хөрмәт улы үҙе торғаны бер оркестр: ҡурайҙа, баянда, мандолинала, гармунда, ҡумыҙҙа оҫта уйнауы, йырҙар яҙыуы менән киң билдәлелек алған кеше.
“Районда бер сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй торғайны” – тип иҫкә ала мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре. Әнүәр Хөрмәт улының уҡыусылары мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшеп, юғары исемдәргә һәм вазифаларға лайыҡ булған билдәле хеҙмәткәрҙәр – уларҙың барыһы ла башлап юл күрһәтеүсе уҡытыусыларына рәхмәтле. Бар булмышын балаларға бағышлаған әҙип, әлеге көндә лә дәртләнеп концерттар ҡуйып, инструменттар менән таныштырып, башҡорт мәҙәниәтенең нескәлектәрен өйрәтеп, бик ҙур һәм мөһим эш алып бара Әнүәр Хөрмәт улы.
Мәктәбебеҙгә милли кейемдәге егерменән артыҡ баланың килеп инеүе генә лә уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты, ә инде сараның беренсе өлөшөндә оркестр етәксеһенең төрлө инструменттарҙа уйнауын, йырлауын башҡортса аңламаған балалар ҙа йотлоғоп тыңлап ултырҙы... Өлгөлө оркестрҙың, балаларҙың йырҙары, бейеүҙәре, ҡурайсылар ансамбленең сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Сара Әнүәр ағайҙың бер туған ағаһы Рауил Ниғмәтуллиндың йырын күмәкләп йырлау менән тамамланды. Башҡортса балалар концерттары, башҡорт КВН-ы, олимпиадалар, ярыштар – был саралар мәктәп уҡыусыларының үҙара танышыу һәм аралашыуына ҙур йоғонто яһай, берҙәмлекте нығыта, бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләй. Ә инде мәҡәләбеҙ геройҙарына, уларҙың етәкселәренә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә дәрт-дарманығыҙ ташып торһон, ижади уңыштар, яңы үрҙәр, һаулыҡ һәм аяҙ күк теләйбеҙ!
Автор фотолары.