Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Ноябрь , 15:00

Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар

Йыл һайын Ишембай ҡалаһы һәм районында урынлашҡан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында "Тамырым" шиғриәт бәйгеһе үтә.

Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар
Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар

Был матур сараның маҡсаты - туған телгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, шиғри әҫәрҙәрҙе популярлаштырыу, нәфис һүҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, бәләкәйҙәргә патриотик тәрбиә биреүҙе булышлыҡ итеү.

8 ноябрь Ишембай ҡалаһының 23-сө "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһында шиғриәт фестиваленың муниципаль этабы үтте.Был сарала 7,9,16,18,21,23, Петровск ауылы балалар баҡсаларынан; 4,14,17 мәктәптәр биләмәһенә ҡушылған мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәрҙән балалар ҡатнашты.

Шиғриәт конкурсы ғаилә йылына арналды. Һәр ҡатнашыусы үҙенең етди әҙерләнгәнлеге менән айырылып торҙо. Шиғыр һөйләү бәйгеһе 23-сө балалар тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Жюри эшенә йомғаҡ яһағандан һуң еңеүселәр исемлеге билдәле булды. Улар дипломдар һәм бүләктәр менән тәбрикләнде. Еңеүселәрҙең исемлеге ҡала масштабында уҙғарылған "Тамырым" шиғриәт фестивалендә билдәле буласаҡ.

Беҙҙең балалар баҡсаһына килгән балаларға, әсәйҙәргә, педагогтарға, ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар
Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар
Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар
Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар
Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар
Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар
Шиғриәткә бәләкәйҙән ғашиҡтар
Автор:Миләүшә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: