Кәңәш һорар кешем юҡҡа,
Тигеҙ ерҙә абынам.
Донъяларым айҡалғанда,
Әсәй, һине һағынам.
Иңдәремде хәсрәт иҙһә,
Һинең шәлең ябынам.
Йәндәремде йыуатырға,
Әсәй, һине һағынам.
Өйгә шатлыҡ ингәндә лә,
Китек була табыным.
Һөйөнөстө бүлешергә,
Әсәй, һине һағынам.
Дуҫтар хыянат иткәндә
Ҡара көйәм ҡайғынан.
Күңелдәрҙе бушатырға,
Әсәй, һине һағынам.
Һағыштар һағалағанда,
Кемгә барып һыйынам?
Иҫкә төшмәгән көнөң юҡ –
Әсәй, һине һағынам.
Ҡиблаларым буталғанда
Ҡайҙа, кемгә табынам?
Бер ултырып һөйләшергә,
Әсәй, һине һағынам.