Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Июнь , 22:13

Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте

27 июндә Йәштәр һарайында 11-се класс уҡыусыларына миҙалдар һәм уларҙың ата-әсәләренә рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте

Уҡыусыларҙы тәбрикләргә муниципаль район хакимиәте, мәғариф идаралығы, Ишембай башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре килде.

- Барыһын да ошо күркәм байрам менән ҡотларға шатмын, - тине муниципаль район башлығы Азат Ишемғолов. - Һеҙ, йәш булыуығыҙға ҡарамаҫтан, үҙегеҙгә, ата-әсәләрегеҙгә һәм уҡытыусыларығыҙға маҡсатҡа ирешә һәм тик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә алыуығыҙҙы иҫбат иттегеҙ. Үҙегеҙҙең белемдәрегеҙҙе арттырып, беҙҙең районға йәки ҡалаға юғары квалификациялы белгестәр булып эшкә ҡайтыуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ. Һеҙгә белем биргән уҡытыусыларға, тәрбиәләгән ата-әсәләргә айырым рәхмәтемде еткерәм.

12-се лицейҙан сығарылған һәм алтын миҙал менән бүләкләнгән Катя Григорьева үҙенең хыялдары менән уртаҡлашып үтте.

- Минең теләк - журналистика факультетына инеү, - тине ул. - Новгородҡа йәки Санкт-Петербургҡа уҡырға барасаҡмын. БДИ-ны биргәндә борсолманым, 10-сы класҡа күскән уҡыусыларға ла ҡурҡмаҫҡа тәкдим итәм. Үҙ-үҙеңә ышанһаң, барыһы ла килеп сығасаҡ.

Был сараның икенсе көнөндә ҡала мәктәптәрендә 9-сы класс уҡыусыларына аттестаттар тапшырылды.

- Мин 12-се лицейҙа 10-сы класҡа ҡалырға булдым, сөнки абруйлы уҡыу йортона инергә теләйем. Минең өсөн киләсәк эшемде алдан һайлау бик мөһим, - тип уртаҡлашты 9-сы класты тамамлаусы Лилиә Бикмөхәмәтова. - Мәктәптә яратҡан предметтарым информатика һәм физика булды. Архитектура йәки айти буйынса белем алырға хыялланам.
11-се класс сығарылыш уҡыусыларына аттестаттар 29 июндә тапшырылды, уларҙы ата-әсәләре, яҡындары ҡотларға килде.

 

Автор фотолары.

Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Сығарылыш байрамдары өс көн дауам итте
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: