Байрамды мәктәп уҡытыусыһы Нәсимә Ғәйнулла ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәре менән асып ебәрҙе.
Быйылғы уҡыу йылын ике уҡыусы тамамланы. Уларҙың береһе тик бишле билдәләренә тамамлаһа, икенсеһе "ударник" булды.
Уҡыусыларыбыҙ бик тырыш, сәмселдәр. Улар уҡыуҙа ғына түгел, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр. Был, әлбиттә, уҡытыусының эш һөҙөмтәһе, ата-әсәйҙәрҙең тырышлығы.
Байрамды балаларҙың матур йырҙары, бейеүҙәре, шиғырҙары йәмләне. Килгән ҡунаҡтар ихлас күңелдән балаларҙың беренсе уҡытыусыларына рәхмәт һүҙен еткерҙе.