Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Апрель , 11:00

Окоп шәмдәрен яһайҙар

Үрге Этҡол ауылы мәктәбе уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға окоп шәмдәре эшләүҙә әүҙем ҡатнаша.

Окоп шәмдәрен яһайҙар
Окоп шәмдәрен яһайҙар

Мәктәптә иғлан ителгән “Окоп шәмдәре” акцияһы сиктәрендә балалар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға шәмдәр әҙерләне. Был юлы уға уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм мәктәпте тамамлаусылар ҙа ҡушылды. Улар консерва банкалары, ҡатырға йыйырға ярҙам итте, шәмдәр эшләү өсөн парафин һатып алыуға аҡса йыйыуҙы ойошторҙо. Акцияла ҡатнашҡан һәр кем был шәмдәрҙең яугирҙарыбыҙға ярҙам итәсәген, һалдат өсөн алмаштырғыһыҙ әйбер икәнлеген яҡшы аңлай.

Әҙер шәмдәр махсус хәрби операция яугирҙарына ебәреү өсөн йыйыу пунктына тапшырылды. Артабан улар фронтҡа ярҙамға ебәреләсәк. Балаларҙың ҡулдары менән эшләнгән шәмдәр һәр һалдатты йылытыр, тип өмөтләнәбеҙ.

 

Фото: https://vk.com/club169002387

Окоп шәмдәрен яһайҙар
Окоп шәмдәрен яһайҙар
Окоп шәмдәрен яһайҙар
Окоп шәмдәрен яһайҙар
Окоп шәмдәрен яһайҙар
Окоп шәмдәрен яһайҙар
Окоп шәмдәрен яһайҙар
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: