Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2023, 14:12

Яуаплылыҡ - уның булмышында

Тырышлыҡ, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыуҙы талап иткән уҡытыусы һөнәрен һайлаған кешеләрҙең тормош баҫҡыстары башҡаларҙыҡына ҡарағанда тәрәнерәк тә, ҡатмарлыраҡтыр ҙа ул. Хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Наилә Нәүфәл ҡыҙы Фәхретдинова тураһында яҙып үткем килә.

Яуаплылыҡ - уның булмышында
Яуаплылыҡ - уның булмышында

Нәилә Нәүфәл ҡыҙының бала сағы Ишәй ауылында үтә. Ата-әсәһе колхозда эшләп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, ул Салауат педагогия училищеһына "Башланғыс кластар уҡытыусыһы" бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас хеҙмәт юлын Аҙнай ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай.

Этҡол ауылы егете Рафаэль Ильяс улы Фахретдиновҡа кейәүгә сыға. Этҡол мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшен дауам итә. Ошо осор уға юғары белем алыу теләге тыуа. Шул маҡсат уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә.

Ни тиклем ауырға тура килһә лә - уҡыу, донъя көтөү, бала ҡарау, мәктәптә эшләү - быларҙың барыһы ла Нәилә Нәүфәл ҡыҙының уҡыуына ҡамасауламай. Йор һүзле, талапсан, тәү ҡарашҡа ҡырыҫыраҡ күренгән уҡытыусыларының күңелен, ихлас булмышын иң тәүҙә балалар төйөп ала.

Эске талапсанлығы менән бер рәттән ул һәр баланы шәхес итеп, ихтирам шәп ҡарауы менән арбай, ҡыҙыҡлы кисәләр, төрлө уйындар ойоштора. Сөнки кескәйҙәр күңеленә юл уйындар аша башлана. Йыр-моңға маһир, оҫта мандолинала уйнаусы Нәилә Фәхретдинова "Далан" инструменталь ансамблен ойоштора. Ансамбль төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Халыҡ ансамбле исемен дә ала!

Рафаэль ағай менән өс ул тәрбиәләп үҫтерә, ҙур яҡты өй һалып инәләр. Әлеге көндә бөтә уңайлыҡтары булған йортта йәшәй Фахретдиновтар.

Азамат, Азат, Айрат улдары ла юғары белемле уҡытыусылар. Оло улдары Азамат Салауат ҡалаһында йәшәй, физика фәненән белем бирә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан хеҙмәте юғары баһаланған - ул Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, РФ кимәлендәге грамоталарға лайыҡ булған.

Айрат менән Азат башҡа өлкәлә эшләй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Улар ҙа һынатмай. Улдары ғаиләле, тырышып донъя көтәләр. Ял көндәрендә атай-әсәй янына ашығалар.

Беренсе кластан алып уҡытыусы күңеленә файҙалы шытым бирерлек орлоҡтар сәсә. Талапсан булып ҡына үҙ эшеңдең емешен күреп була. Әлеге көндә абруйлы уҡытыусының уҡыусылары төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр.

Улар уҡытыусыларын байрамдарҙа осрашыуҙарҙа гөлләмәләр, бүләктәр менән һөйөндөрөп торалар.

Нәилә Нәүфәл ҡыҙының хеҙмәте лә юғары баһаланған. Ул БР мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ, бик күп грамоталары бар. Ветеран уҡытыусы хәҙер инде хаҡлы ялда.

- Мин бик бәхетлемен: ғаиләмдән, эшләгән коллективымдан уңдым. Ете ейән-ейәнсәргә өләсәймен. Оло ейәнем медицина университеты студенты. Уңыштарым мул, - тине әңгәмәләшкәндә Нәилә Нәүфәл ҡыҙы.

 

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Зифа ҒАРИФУЛЛИНА, Этҡол ауылы.
Читайте нас: