

Белем биреү процесын информатизациялау буйынса директор урынбаҫары Мират Йәнбәков белдереүенсә, быйыл көндөҙгө бүлектән барлығы 521 студент сығарылған, уларҙың 135 - ҡыҙыл диплом менән. Ситтән тороп уҡыу бүлеген 107 студент тамамлай.
- Мин үҙем Ейәнсура районы Яныбай ауылынан. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын быраулау буйынса белем алдым, - тип уртаҡлашты ҡыҙыл диплом алыусыларҙың береһе, Урал Шиһабов. - Ошо белем учреждениеһында уҡыуыма ныҡ шатмын, уҡытыусылар барыһы ла белемле, көслө. Артабан, ил алдында бурысымды үтәп хеҙмәт итеп ҡайтҡас, һис шикһеҙ, юғары уҡыу йортона инәсәкмен. Дүрт йыл эсендә миңә терәк булған яҡындарыма, уҡытыусыларыма һәм иптәштәремә ҙур рәхмәт белдерергә теләйем.
Автор фотолары һәм видеоһы.