Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июнь 2023, 10:00

Кадеттар һынау үтте

25-31 майҙа Йөрәктау эргәһендә Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы егеттәре өсөн уҡыу-ялан йыйыны уҙҙы. Унда 6-8, 10 класс уҡыусылары ҡатнашты.

Кадеттар һынау үтте
Кадеттар һынау үтте

Уҡыу-ялан йыйыны кадеттарҙы үҙаллы дисциплинаға өйрәтеүгә, физик яҡтан камиллашыуға, илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухын нығытыуға, хәрби һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыуға булышлыҡ итә. Аҙна буйы улар тактика, атыш, сафта йөрөү, хәрби-медицина буйынса һәм физик әҙерлек үтте. Йыйынды ябыу көнөндә хәрби алыштар ветерандары, кадет корпусы етәкселеге һәм уҡытыусылары норматив үтәгәндә юғары һөҙөмтә күрһәткән кадеттарға грамоталар һәм татлы бүләктәр тапшырҙы. 

Кадеттар ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп, үҙҙәрен сыҙамлы, көслө, ҡыйыу һәм шул уҡ ваҡытта дуҫ, берҙәм команда итеп күрһәтте.


Фотолар Башҡорт кадет корпусы архивынан.

Кадеттар һынау үтте
Кадеттар һынау үтте
Кадеттар һынау үтте
Кадеттар һынау үтте
Кадеттар һынау үтте
Кадеттар һынау үтте
Кадеттар һынау үтте
Кадеттар һынау үтте
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: