Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2023, 12:00

Һау бул, мәктәбем!

Бөгөн Кинйәбулат ауылы мәктәбенең 9-сы класты тамамлаған 14 уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Уларҙы байрам менән ҡотларға мәктәп коллективы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр йыйылды.

Һау бул, мәктәбем!
Һау бул, мәктәбем!

Тантаналы линейкала сәләмләү һүҙҙәре һәм изге теләктәр менән мәктәп директоры Шайморат Ғиниәтуллин, Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Салауат Йосопов, класс етәкселәре Светлана Мифтахова сығыш яһаны.

- Бөгөн мәктәбебеҙҙә шатлыҡлы көн, уҡыусылар мәктәп тупһаһынан оло тормош юлына сығалар. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, һәр ваҡыт илебеҙҙең илһөйәр ул һәм ҡыҙҙары булып ҡалығыҙ – иң ҙур теләк шул, - тине Салауат Дамир улы.

Үҙ өгөт-нәсихәттәре менән уҡыусыларҙың тәүге уҡытыусылары, ата-әсәләре һәм, әлбиттә, быйыл беренсе класҡа уҡырға киләсәк кескәйҙәр мөрәжәғәт итте.

Бынан тыш, бөгөнгө көн 4-се класты тамамлаусы 13 бала өсөн дә иҫтәлекле булды. Улар тәүге уҡытыусылары Гүзәл Таштимерова менән хушлашып, сентябрҙә 5-се класҡа уҡырға киләсәк.

Уҡыусылар! Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, донъяла юғалып ҡалмаҫҡа һәм үҙ урынығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйбеҙ!



Байрамдан тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: