Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Май 2023, 18:00

Ауыл мәктәбендә - Микеланджело

Кинйәбулат ауылы мәктәбендә ойошторолған “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең информатика кабинеты танымаҫлыҡ булып үҙгәргән

Ауыл мәктәбендә - Микеланджело
Ауыл мәктәбендә - Микеланджело

"Мәғариф" милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты буйынса Ишембай районының Кинйәбулат ауылы мәктәбендә ойошторолған “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең информатика кабинеты танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Кабинетта профессиональ рәссам Вера Шаригина эшләгән. Ул, рәссам тамашасыға донъяға яңыса ҡарарға, көндәлек тормоштан сығырға ярҙам итә ала, тип иҫәпләй.

Вера Степановна Ишембайҙа йәшәй һәм эшләй. Ул ҡала, республика, Рәсәй күргәҙмәләрендә (шәхси һәм уртаҡ), конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, проекттарҙа даими ҡатнаша. Рәссамдың эштәре Бәләбәй, Салауат, Ишембай, Өфө галереяларында һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Рәссам социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былай тип яҙған: “Кинйәбулат ауылы мәктәбе нигеҙендәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең информатика кабинетына мебелдең төҫтәр гаммаһына таянып, бер аҙ креативлыҡ индерергә булдым. Шуға күрә инновациялар һәм технологиялар, һанлы форматҡа күсеү идеяһы килеп тыуҙы. Бөтәһенә лә Микеланджелонан сәләм ебәрәм. Беҙ уның танылып торған “Донъя яралыуы” фрескаһындағы мотивтарын ҡулландыҡ. Һүрәттең ҙурлығы 5,8 м х 2,8 м. Мин проекторҙы һәм һүрәттәрҙе күсереү өсөн тағы ла ниндәйҙер технологияларҙы ҡулланмайым, барыһы ла ҡулдан эшләнгән (күҙҙәрем һәм ҡулдарым)”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың йәйендә белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт эшләнгән.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: