Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Апрель 2023, 14:00

Мәктәп – алдынғы ҡараш һәм өҫтәмә белем үҙәге

Республика мәктәптәре инициативалы бюджетлау проектында ҡатнашыу өсөн ғаризалар тапшыра башланы. Сараға ҡалабыҙҙың Советтар Союзы Геройы А.Ф. Рябов исемендәге 11-се мәктәп тә ҡушылды.

Мәктәп – алдынғы ҡараш һәм өҫтәмә белем үҙәге
Мәктәп – алдынғы ҡараш һәм өҫтәмә белем үҙәге

Билдәле булыуынса, белем биреү учреждениеһында ҡайһы бер предметтар тәрәнәйтеп өйрәнелә. Мәктәп уҡыусылары математика, информатика предметтары буйынса республика олимпиадаларында беренсе йәки призлы урындарҙы даими яулап килә.

- Мәктәптәрҙе инициативалы бюджетлау проектында ҡатнашып, беҙҙең үҙ инфраструктурабыҙҙы яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Педагогтар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән кәңәшләшеп, бер нисә проект һайланыҡ, - тип уртаҡлашты 11-се мәктәп директоры Наталия Михеева. – Беҙ күп йылдар фәнни-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнәбеҙ. Әйтергә кәрәк, 2007 йылда Бөтә Рәсәй инициативалы мәктәптәр конкурсында ҡатнашып, ҙур суммаға грант яулағайныҡ. Шуға күрә тәжрибәбеҙ
ҙә бар. Мәктәптә шулай уҡ инженерия класы булдырылған, быйыл тәүге сығарылыш.

Наталия Владимировна белдереүенсә, быйылғы уҡыу йылының башында мәғариф бүлегенән авиация-төҙөү класын асырға ҡарар килгән. Мәктәп был йүнәлештә Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы менән хеҙмәттәшлек итәсәк.

- Беҙ уны 5-се класс балаларынан башлап асырға уйлайбыҙ. Бының өсөн яңы нәмәләр уйлап сығарырға кәрәкмәй, авиациятөҙөү профиле өсөн Рәсәй методик әсбаптары күп нәшер ителгән, тәҡдимдәр алдыҡ. Был – беҙҙең иң тәүге проект, - тип һүҙен дауам итте директор. – Артабанғы проект буйынса мәктәп территорияһында йыһазландырылған хәрби-спорт «ҡаласығы»н булдырырға ниәтләйбеҙ. Проект сәләмәт тормошто һәм илһөйәрлекте популярлаштырыу менән бәйле. Белеүегеҙсә, беҙҙең мәктәптә «Витязь» юнармия отряды эшләп килә. Был йүнәлештә лә тәжрибә бар. Өсөнсө проект буйынса балалар инициативаһы үҙәген үҫтерергә теләйбеҙ. Бөгөн был үҙәк мәктәптә бер нисә кабинет нигеҙендә эшләп килә. 2023 йылда капиталь ремонттан һуң «Китап йорто», «Коворкин», «Медиакитапхана» кабинеттары асылғайны. Уларҙы йыһазландырыу һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн финанс сығымдар талап ителә.

Мәктәп директорының һүҙҙәренсә, тағы бер проект юнармия отряды менән бәйле. Уның планы буйынса отрядтар Хәрби дан ҡалалары буйынса маршрут үтергә тейеш. Бер нисә йыл элек мәктәп юнармия хәрәкәте буйынса федераль проектта ҡатнашҡан булған, ләкин ул саҡта грантҡа үтмәй. Проекттың эшләнмәләре ҡалған.

Артабанғы проект «Йәшел мәктәп» тип исемләнгән, уның идеяһы тирә-яҡ мөхитте һәм экологияны һаҡлауға ҡағыла. Һуңғы проект билдәле бард-йырсы, артист һәм турист Юрий Визборҙың иҫтәлегенә бағышлана. Туризм менән бәйле проект «Палаткалар ҡанат йәйҙе» тип атала. Балаларҙы тәрбиәләү маҡсатында был өлкәне лә үҫтереү мөһим. Туризм буйынса балалар менән йәш уҡытыусы Антон Галкин эшләй.


Автор фотоһы.

Мәктәп – алдынғы ҡараш һәм өҫтәмә белем үҙәге
Мәктәп – алдынғы ҡараш һәм өҫтәмә белем үҙәге
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: