Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2023, 20:00

Уҡытыусым – белем шишмәһе

.

Уҡытыусым – белем шишмәһе
Уҡытыусым – белем шишмәһе

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.

Тәү тапҡыр мәктәп ишеген үрелеп асҡан һәр баланың күңелендә беренсе уҡытыусыһы мәңге хәтерендә һаҡланалыр, мәктәптә үткән бала саҡтары ла иң бәхетле онотолмаҫ йылдар булып тора. Ә һиңә бөтә ғүмерен белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусыларыңды ла нисек оноторға мөмкин?!

Этҡол мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Уҡытыусым – белем шишмәһе” тип аталған осрашыу кисәһе уҙҙы. Был сараға Этҡол урта мәктәбендә төрлө йылдарҙа эшләгән, бар ғүмерен балаларҙы тәрбиәләүгә, аң – белем таратҡан ветеран уҡытыусыларыбыҙ килде. Кисәнең башында Этҡол моделле ауыл китапханаһының китапханасыһы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова Этҡол урта мәктәбенең тарихы менән таныштырҙы. 100 йыллыҡ тарихы булған мәктәбебеҙҙең йыляҙмаһын фотоларға ҡарап белдек. Осрашыуға килгән уҡытыусыларҙы, тамашасыларҙы тәбрикләп Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов сығыш яһаны. “Белеүебеҙсә, 2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Был ҡарар уҡытыусының бөйөк роле,  башҡарған эштәренең  мөһимлеген иҫкә төшөрөүгә матур сәбәп булып тора.  Уҡытыусы һөнәре - иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Ул ниндәй генә телдә әйтелһә лә, һәр ваҡыт оло хөрмәт менән яңғырай. Уҡытыусы беҙҙе белем донъяһына алып инеүсе, ҙур тормош юлына сығарыусы һәм һәр кемдең күңел түрендә һаҡлап йөрөткән кешеһе лә. Барлыҡ уңыштарыбыҙ өсөн беҙ, иң беренсе сиратта, хөрмәтле уҡытыусыларға бурыслыбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ”, - тине үҙ сығышында Илгизәр Плюр улы. Йылы һүҙҙәр менән бергә Этҡол мәҙәниәт йорто мөдире Хәйруллина Асия һәм художество етәксеһе Гилванова Ғәниә тарафынан ойошторолған йыр-моң да ағылды, бейеүгә лә урын булды, шиғырҙар ҙа яңғыраны. Әлбиттә, сәхнә түребеҙҙең йәме  ветеран уҡытыусыларыбыҙ ине. Йылы хәтирәләр, иҫтәлекле мәлдәр менән бүлештеләр ветерандар. Сарала ҡатнашыусылар Этҡол урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар балаларға белем биреүгә үҙ ғүмерҙәрен бағышлаған, әлеге көндә мәрхүм булған ауылдаш уҡытыусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә лә алдылар.

Хөрмәтле уҡытыусыларбыҙ моделле ауыл китапханаһы менән танышып, хәҙерге быуын китап уҡыусыларының мөмкинлектәренә һоҡланыуын белдерҙе.

“Уҡытыусым-белем шишмәһе”, тигән
Маҡтау һүҙе килгән борондан.
Бәлки шуға ихтирамын алған
Ул халыҡтың быуын-быуындан”, – тигән һүҙҙәр менән хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙ биргән белемдәр, һеҙҙең өгөт  - нәсихәттәрегеҙ беҙгә тормошта дөрөҫ юлдан тайпылмайса, гел алға барырға ярҙам итә.

Уҡытыусым – белем шишмәһе
Уҡытыусым – белем шишмәһе
Уҡытыусым – белем шишмәһе
Уҡытыусым – белем шишмәһе
Уҡытыусым – белем шишмәһе
Уҡытыусым – белем шишмәһе
Уҡытыусым – белем шишмәһе
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас: