Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Декабрь 2022, 14:00

Наградалар - иң яҡшыларға

Ҡала мәҙәниәт һарайында муниципаль район хакимиәте башлығы шыршыһы үтте. Уҡыу алдынғылары, спортсылар, олимпиада, конкурстар еңеүселәре матур Яңы йыл сараһында ҡатнашты.

Наградалар - иң яҡшыларға
Наградалар - иң яҡшыларға

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов сарала ҡатнашыусыларҙы, уларҙың остаздарын, ата-әсәләрен сәләмләп, уңыштарға өлгәшеүҙә тырышлыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларға лайыҡлы наградалар тапшырҙы.

- Бөтә уңыштар ҙа ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе икәнен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Тыуған яғығыҙ һәр саҡ һеҙҙең һәләтегеҙгә, оҫталығығыҙға мохтаж булыр, был хаҡта онотмағыҙ. Һеҙгә Яңы йылды шатлыҡта ғына ҡаршы алыуығыҙҙы, каникулдарҙы яҡшы үткәреүегеҙҙе һәм уҡыуығыҙҙы яңы көс менән дауам итеүегеҙҙе теләйем, - тине Азат Альберт улы.

Азат Ишемғолов наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге муниципаль конкурста еңеүселәргә наградалар - грамоталар һәм аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. «Иң яҡшы тышҡы социаль реклама макеты» номинацияһында Ишембай нефть колледжы студенты Данил Рождественский еңеүсе булһа, икенсе урын – Ишембай нефть колледжында, өсөнсө - 12-се лицейҙа. Колледж коллективы 5000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Иң яҡшы буклет өсөн Ишәй ауылы мәктәбе уҡыусыһы Илназ Йәнбирҙин бүләкләнде (фотола), уның уңышы учреждениеға бүләк - 5000 һумлыҡ сертификат килтерҙе. Икенсе урын - 15-се мәктәптә, өсөнсө – Ишембай нефть колледжында. «Иң яҡшы видеоролик» номинацияһында Ишембай нефть колледжының бер төркөм студенттары еңеүсе булды, уларға ла аҡсалата сертификат тапшырылды, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы «Атмосфера» йәштәр үҙәге һәм 19-сы мәктәп яуланы.

Байрамда ҡатнашыусылар мәҙәниәт һарайының ижади коллективы әҙерләгән театрлаштырылған тамаша ҡараны. Сара мәҙәниәт һарайы фойеһында шыршы тирәләй әйлән-бәйлән әйләнеү менән тамамланды.

 

Автор фотолары.

Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас: