Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Декабрь 2022, 14:00

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ һәм киләһе быуынға еткерәйек

14 декабрҙә республиканың һәр районында һәм ҡалаһында Башҡорт теле көнө билдәләнде – был дата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2019 йылда рәсми раҫланғайны.

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ һәм киләһе быуынға еткерәйек
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ һәм киләһе быуынға еткерәйек

Әйтергә кәрәк, Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел – тап ошо көндә халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, мәғрифәтсе һәм шағир Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

Районда һәм ҡалала туған телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә көс һалған уҡытыусылар күп, уларҙың уҡыусылары быға яҡшы өлгө булып тора. Ошо матур датаны билдәләү уңайынан бөгөн танышыуға апалы-һеңлеле Дилә һәм Руслан Килембәтовтарҙы саҡырҙыҡ, улар икеһе лә – 12-се лицей уҡыусылары.

Ни тиһәң дә, рух сатҡыһы ғаиләлә һалына – балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәһе улар менән аралашыуҙа уҡ күҙгә ташланды. Шуға ла иң тәүге һүҙ менән уларҙың әсәләре Лилиә Килембәтоваға мөрәжәғәт иттек.

- Үҙебеҙ саф башҡорт ғаиләһе булараҡ балаларҙы ла рухлы итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Әле 3-сө класта уҡыған улыбыҙ Руслан кескәй сағынан уҡ ҡурай дәресенә йөрөй башланы. Ҡыҙыҡһыныуҙы үҙе белдерҙе. Ҡурай дәресе уҡытыусыһы Айгөл Әнүәр ҡыҙы Минеғоловаға ҙур рәхмәт, бәләкәйһең әле, тип торманы, бер һүҙһеҙ уның менән шөғөлләнергә ризалашты. Был музыка ҡоралында уйнауына дүрт йыл инде, шулай уҡ ҡумыҙҙа ла уйнай Руслан. Әлбиттә, концерттарҙа ла сығыш яһай, - тигән ҡыуанысын белдерҙе Лилиә. – Балалар, 12-се лицейҙа, рус мәктәбендә уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, башҡорт теле дәрестәрен яраталар. Айырыуса ошо предметтан уҡытыусы Айгөл Хәлим ҡыҙы Фәхретдинованы хөрмәт итәләр. Ғаиләлә һалынған башланғысты артабан тап ул үҫтереүгә булышлыҡ итте.

Бындай көндә апалы-һеңлеле Килембәтовтарҙың яуланған ҡаҙаныштары тураһында ла әйтеп китмәйенсә булмаҫ. Руслан Әнисә Таһированың ижады буйынса ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр һарайында үткән шиғри бәйгелә Гран-при яулауға өлгәшә. Малай үҙенә тап ошо мәртәбәле урынды алыу маҡсатын ҡуя. Мин ошоға ирешергә тейеш инем, ти ул. Ә Дилә тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар менән Шәйехзада Бабич ижады буйынса республика кимәлендә үткән “Халҡым өсөн” шиғыр һөйләү конкурсында ҡатнаша. Барлыҡ туғандарын, башҡорт теле уҡытыусыһын ҡыуандырып, ҡыҙ ҙа Гран-при менән бүләкләнә. Дилә лә төрлө яҡлап уңған: мандолинала. ҡумыҙҙа уйнай, концерттарҙа сығыш яһай.

- Иң тәү сиратта, ҙур рәхмәтемде Айгөл Хәлим ҡыҙына еткерәм. Сөнки ул мине ошо конкурста ҡатнашырға дәртләндерҙе. Бер ҙә еңеү яулармын, тип уйламағайным, һаман шатлыҡ тойғоһо үтмәй. Был конкурс арҡылы мин үҙемә ҙур тәжрибә алдым. Киләсәктә тағы ла ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашырмын, тип өмөтләнәм, - тип ихлас уртаҡлашты 6-сы класс уҡыусыһы Дилә.

Рус мәктәбендә төрлө милләт балаларында башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һөм һөйөү уятҡан уҡытыусы Айгөл Фәхретдинованың киң эшмәкәрлеге күптәргә билдәле, шулай ҙа үҙенә һүҙ биреп китәйек.

- Уҡыусыларға дәреслектәрҙәге темаларҙан, яҙма эштәрҙән тыш, уйын формаһында үткән дәрестәр оҡшай. Беҙ улар менән “Тәржемәсе”, “Башҡорттар” тигән уйындар үткәрәбеҙ. Шулай уҡ Башҡортостан картаһы менән эшләйбеҙ – иң ҙур районды, ҡаланы, тауҙы, йылғаны, күлде табабыҙ. Артабан улар тураһында ярайһы ғына ҙур мәғлүмәт туплайбыҙ, - тип һөйләне үҙ эше тураһында Айгөл Хәлим ҡыҙы. – Айына бер нисә тапҡыр интернет селтәрендәге иң популяр башҡорт йырҙарын өйрәнәбеҙ. Балаларға ныҡ оҡшай, өйҙә үҙҙәре һүҙҙәрен ятлап киләләр. Олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнашып торабыҙ. Рус мәктәбе булһа ла, был сараға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ. Әйткәндәй, быйыл бер уҡыусым муниципаль районда үткән олимпиадала еңеүсе булды. Уны артабан республика кимәленә әҙерләйәсәкбеҙ.

Теле барҙың - иле бар, иле барҙың - даны бар, тип юҡҡа ғына әйтмәгән сәсәндәр. Башҡорт теле халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, йолаларын бер бөтөнгә туплап, уларҙы беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән. Унда халҡыбыҙҙың бөтә үткәне һәм бөгөнгөһө сағылыш таба. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген һәр саҡ иҫтә тотайыҡ, дуҫтар!

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: