Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Октябрь 2022, 18:43

Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы

Бөгөн ҡаланың 18-се мәктәбендә илһөйәрлек буйынса асыҡ дәрес уҙҙы.

Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы
Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы

Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәре уҡытыусыһы Виктор Сергеевич Акимов 11-се класс уҡыусыларына Украинала барған махсус хәрби операция тураһында һөйләне. Һүҙҙе башлап уҡытыусы менән уҡыусылар Рәсәй һәм Украина араһындағы уртаҡ нимәләрҙең байтаҡ булыуы тураһында һөйләште. Тарихтан билдәле булыуынса, Украина элек Рәсәйҙең бер өлөшө булған. Ике илдең килеп сығышы ла бер, сөнки беҙҙең халыҡтар көнсығыш славян халыҡтары; тарихи тамырҙар, дөйөм байрамдар, тел һәм дин бер.

Асыҡ дәрес барышында уҡыусылар Украинала хәрби хәрәкәттең барлыҡҡа килеү сәбәбен, һуңғы һигеҙ йылда Донецк һәм Луганс халыҡ республикалары халҡы нисек йәшәүен белде. Шулай уҡ Рәсәй һалдаттары батырлығына ҙур иғтибар бүленде. Ҡыҙҙар-егеттәр үҙҙәре лә махсус хәрби операция барышында батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне. Башҡортостандан Тамерлан Илһамов менән Максим Серафимов, Ырымбурҙан Алексей Панкратов, фельдшер Екатерина Иванова һәм башҡалар телгә алынды.

- Бөйөк Ватан һуғышында олатай-бабайҙарыбыҙ үҙҙәрен аямай нацизмға ҡаршы батырсылыҡ иткән. Хәҙер ҙә һалдаттар Ватанды, халыҡты нацизмдан яҡлау өсөн көрәшә, - тип иҫәпләй Виктор Сергеевич.

Виктор Акимов үҙе Рәсәй армияһында хәрби хеҙмәтте 2018-2019 йылдарҙа механик-водитель булып үтәгән. Ватанға хәрби бурысты намыҫ менән үтәп тыуған Ишембайына ҡайта. 2020 йылдың февралендә ҡаланың 18-се мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булып эш башлай.

- Миңә балаларҙы уҡытыу, ҡыҙыҡлы тарихи ваҡиғалар, факттар тураһында һөйләү бик оҡшай. Белмәгән, быға тиклем ишетмәгән нимәләр тураһында аптырап тыңлайҙар улар. Шулай уҡ балаларға гражданлыҡ бурысы, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен өйрәтәм, - ти Виктор Сергеевич.

Мәктәптә эшләгән ике йыл эсендә уҡытыусы уҡыусылар менән ышаныслы мөнәсәбәт булдырып өлгөргән дә инде. Мәктәп директоры Татьяна Геннадьевна Шорина һүҙҙәренсә, 2021 йылдан уҡыу йортонда Берҙәм Дәүләт имтиханына тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен һайлаусылар һаны артҡан һәм уҡыусылар был фәндәрҙән имтихандарҙа 80-дән ашыу бал йыйыуға өлгәшә.

- Виктор Сергеевичтың дәрестәре шул хәтлем ҡыҙыҡлы, хатта ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Звонок шылтырау менән берәү ҙә кабинеттан сығып китергә ашыҡмай. Күптәр ҙур теләк менән өҫтәмә дәрескә йөрөй. Беҙгә биргән белем өсөн беҙ уға рәхмәтлебеҙ, - ти 11-се класс уҡыусыһы Гөлназ Ғәлимова.

Ошо көндәрҙә Виктор Сергеевичҡа Ишембай ҡалаһы буйынса хәрби комиссариат бүлегенән повестҡа ҡағыҙы килгән. Ул, хәрби бурыслы башҡа ир-егеттәр кеүек үк, үҙе тураһында мәғлүмәт биреү өсөн хәрби комиссариатҡа саҡырылған. Был яңылыҡты белеп ҡалған Гөлназ Ғәлимова башҡа класташтары менән Республика Башлығына бағышлап видеояҙма яҙҙырған. Үҙ мөрәжәғәттәрендә уҡыусылар уҡытыусыны эш урынында ҡалдырыуҙарын һорайҙар. Уларҙың һүҙҙәренсә, сығарылыш класс уҡыусыларының күбеһе Берҙәм Дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен һайлаған. Имтихандарҙы яҡшы тапшырыр өсөн уларға Виктор Акимов ҡарамағында етди әҙерлек кәрәк.

Виктор Сергеевич уҡыусыларға үҙенә ҡарата хөрмәт һәм ул уҡытҡан дәрестәргә күрһәткән һөйөү өсөн рәхмәт белдереп, үҙ фекерен еткерҙе:

- Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы. Үҙ гражданлыҡ бурысымды үтәргә әҙермен, - тине ул.

Асыҡ дәрес барышында уҡыусылар уҡытыусы фекере менән килешеп, әлеге ваҡытты хәрби бурыс башҡа йөкләмәләргә ҡарағанда күпкә мөһимерәк тигән ҡарашҡа килде.


Автор фотолары.

Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы
Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы
Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы
Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы
Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы
Ватанды һаҡлау – һәр кемдең бурысы
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: