Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Октябрь 2022, 11:00

Хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусы

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөИшембайҙа йәшәүсе Менәүәрә Ғәлиулла ҡыҙы Ғәлимова ошо көндәрҙә үҙенең туҡһан йәшлек оло юбилейын билдәләне. Күркәм ваҡиға уңайынан юбилярҙың йортона мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Юбиляр уларҙы үҙе бешергән ғөбәҙиә менән ҡаршы алды.

Хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусы
Хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусы

Менәүәрә Ғәлиулла ҡыҙының бала-үҫмер сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. Был ауырлыҡтар уны көслө рухлы, эшһөйәр, яуаплы, ғәҙел итеп үҫтерә; кисәгегә ҡарағанда бөгөн яҡшыраҡ йәшәү теләге ҙур була. Туҡһан йәшлек Менәүәрә Ғәлиулла ҡыҙы Ишембайҙың нефть һәм газ тиңдәше лә.

- Беҙ, балалар, нефть вышкалары араһындағы һыу өҫтөндә ағып йөрөгән нефтте биҙрәләргә йыйып алып, көйәнтәләп өйгә ташый инек. Мейескә нефттә манып алынған тиҙәкте бәреп өйҙө йылыта, ашарға әҙерләй торғайныҡ, - тип хәтерләй ул.

Менәүәрә инәй сығышы менән Мәләүез районының Ергән ауылынан. Аҙаҡ ғаиләһе менән Ишембайға йәшәргә күсә. Нәҫелдә уҡытыусыларҙың байтаҡ булыуы йәш ҡыҙға ла йоғонто яһамай ҡалмай: Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы педагогия училищеһын тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса Архангел районында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Ғаилә ҡорғандан һуң, тормош иптәше Зәбир Хәбир улы менән Бишбүләк районында йәшәй. 1958 йылда йәш ғаилә Ишембайҙа төпләнә һәм Менәүәрә Ғәлиулла ҡыҙы ҡаланың 1-се мәктәп-интернатында (әлеге ваҡытта башҡорт кадет-корпусы) уҡытыуға тотона. Үҙ белемен камиллаштырып, был осорҙа ситтән тороп юғары белем алып та өлгөрә. Тәжрибәле, үҙ хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусы оҙаҡ йылдар райондың мәғариф бүлегендә методика кабинетын етәкләп, хаҡлы ялға сыға. 35 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусы яратҡан һөнәре тураһында ҡанатланып, бер туҡтауһыҙ һөйләй ала. Ул уҡытҡан балаларҙың күбеһе төрлө өлкә етәкселәре, хеҙмәт алдынғылары.

- Уҡытыусыбыҙ беҙгә рус телен уҡытыу менән генә сикләнмәне, үҙ-үҙебеҙгә ышанырға өйрәтте, тыуған йорттан йыраҡта уҡыған балаларҙы әсә наҙы менән уратты. Беҙҙең өсөн ул һәр ваҡыт аҡыл эйәһе, матурлыҡ һәм юғары һөнәрселек өлгөһө булып тора, - тиҙәр уның хаҡта уҡыусылары.

Менәүәрә Ғәлимова өсөн ҡыҙы һәм ике ейәненең уҡытыусы һөнәрен һайлап, уның тормош юлын дауам итеүҙәре лә оло бәхет. Юбиляр әле лә әүҙем тормош алып бара: бәйләм менән булыша, баҡса үҫтерә, хатта “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” программаһы буйынса республика буйлап сәйәхәт тә итә!

- Тормошҡа һөйөү, яҡты йөҙ менән бағырға, эшсән булырға кәрәк, - тигән ҡарашта ул. – Эшләр эшең булғанда кешене бер ниндәй ҙә ауырыу еңә алмаҫ. Шулай уҡ кеше аралашыуға мохтаж. Аллаһ биргән тормошомдан ҡәнәғәтмен, рәхмәтлемен.


Автор фотолары.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: