Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2022, 14:00

Хеҙмәттәре һоҡланыуға лайыҡ

Йыл һайын илебеҙҙә 27 сентябрҙә тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Аҡ ҡағыҙҙай бала күңеленә тәүге һабаҡты һалып, уны оло тормош юлына әҙерләүселәр – тап ошо һөнәр эйәләре.

Хеҙмәттәре һоҡланыуға лайыҡ
Хеҙмәттәре һоҡланыуға лайыҡ

Бөгөн ҡалабыҙҙың Йәштәр һарайында ла тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ҙур сара ойошторолдо. Барлыҡ йылы һүҙҙәр, матур теләктәр тәрбиәселәргә юлланды был көн.

 

Автор фотолары

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: