Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Сентябрь , 13:00

Мәктәптең иң өлкән уҡыусыһы

Әлеге көндә Салауат ҡалаһында йәшәүсе Гәүһәр апа Тәки ҡыҙы Дауытоваға – 96 йәш. Был мөләйем ханымдың зауыҡ менән йыйыштырылған, таҙа һәм йылы фатирынан бер ҙә ҡайта һалып китәһе килмәй. Өҫтәүенә, оҫта әңгәмәсе лә, эрудициялы һәм тәрән хәтерле булып сыҡты Гәүһәр апа.

Мәктәптең иң өлкән уҡыусыһы
Мәктәптең иң өлкән уҡыусыһы

- Атай-әсәйемдәр үткән быуаттың 20- се йылдарында Байғужаға Стәрленән күсеп килгән. Атайым оҫта итек тегеүсе булған. Байғужа бабайҙары Стәрле баҙарына ҡымыҙ һатырға килгәндә беҙгә лә кергәндәр, атайымды үҙҙәренә эшкә саҡырғандар. Мөхәррәм бабай уны үҙенә алып ҡайтҡан. Атайыма был ауылдың тәбиғәте лә, кешеләре лә оҡшаған. Урмандары, яландары – матур, йылға-күлдәргә бай. Кешеләре итәғәтле, тыныс холоҡло, тип ошонда төпләнеп ҡалған ул. Атайым кешеләргә итеген-галушын текһә, уның урынына урамын кәртәләгәндәр, ситәндән аҙбар үргәндәр, аласыҡ яһағандар. Аҙаҡ улар һыйыр, ат алғандар. Ер ҙә бүлеп биргәндәр беҙгә. Шулай итеп, иген сәсеп, мал-тыуар тотоп, йәшәй башлағандар.

Ул ауылдың мин үҫкән дәүерҙәге матурлығын яҙып та, һөйләп тә аңлатырлыҡ түгел.

Ауыл уртаһынан Тәйрүк тигән йылға аға. Уның киңлеге, тәрәнлеге! Ат йөҙҙөрә торған инеләр. Аҡ яр, Ҡыҙыл яр, Ҡара яр тигән һыу инә торған урындары бар ине. Яр башынан һикереп төшөп, һыуға сумаһың. Ә һыуының таҙалығы! Иҫ китмәле ине...

Ауылдың ете урамы бар ине. Тәйрүктең һул яғы Аръяҡ урам тип аталып йөрөтөлдө. Икенсеһе – Әсе буйы, өсөнсөһө - Баҡа урамы, дүртенсеһе – Контон урамы, бишенсеһе – Һалам урамы, алтынсыһы – Әкәс, етенсеһе – мин торған Бишөйлө урамы. Ул урамдарҙың матурлығы! Йәмйәшел үлән. Ике яҡлап канау ҡаҙылған. Ул канауҙарҙың эсе лә йәм-йәшел үлән. Ямғыр яуһа, шул канауҙарҙың эсенән йүгерешеп, һыу сәсрәтеп уйнайһың. Ә күлдәре! Супай күленең төбө юҡ, тиҙәр ине. Ололар, бер йылды ул күлдән
болот аждаһаны алды, тип һөйләй торғайнылар. Бишөйлө урамы осонда тағы ике күл бар ине. Уның тирә яғы уҫаҡ ағастары менән уратып алынған, ә күл өҫтө һап-һары томбойоҡ сәскәләре менән ҡапланған. Тау итәгенән сығып ятҡан шишмәгә ҡойо яһап, һыу ала инек. Ә аръяҡтар Туҡмаҡ шишмәһенән һыу алырҙар ине. Ул ауылдан ситтәрәк. Һыуы сәйҙе яҡшы сығара, тип көйәнтәләп беҙ ҙә шунда бара инек.

Башҡа урамда йәшәүселәр Туңҡайын шишмәһенән һыу алды. Ул ауылдан бик алыҫ та түгел, ер аҫтынан урғылып сығып ятты. Баҫыуҙарҙың да исемдәре бар ине: Тимерле буйы, Хәҙисә ҡыуағы, Сағыл арты, Төбәк башы, Сыуаш йылғаһы буйы. Исемһеҙ яландары ла күп.

Тау буйҙарында – ҡурай еләге, Тәйрүк йылғаһы яр буйында – ҡарағатлыҡ. Әсәйем самауыр ҡуйыр ҙа, ул ҡайнағансы сәй эсергә бер сеүәтә еләк йыйып алып та төшә инек. Ә Оҫҡонтөбәктә – муйыллыҡ. Шул тиклем күп! Уны йыйып алып ҡайтып, киптереп, килегә һалып төйәбеҙ, бәлештәр бешерәбеҙ. Йә иһә ҡул тирмәнендә тартып, ҡаймаҡҡа бутап ашайбыҙ.

Ысынлап та, Бишөйлөлә бик хәлле кешеләр йәшәгән. Йылғаның түбән яғын ғына алайыҡ. Һул яҡлап Динислам бабай Дауытов, Абдрахман мулла Дауытов, Мөхәррәм бабай Дауытов, Мостафа бабай Дауытов, Мөхәммәтғәле бабай, Солтан бабай, уларҙан һуң Ғәлиулла бабай Мирасов ултырған. Бик уҡымышлы мулла булған ул. Төркиәгә барып, белем алған. Артабан Муллағәли бабай Дауытов, Фәтҡислам, Әхмәҙулла һәм Сафый Дауытовтар, Алтынбулат ағай Дауытов... Шулай итеп урамдың һул яғы бөтә. Әлеге Булат торған урында мөәзин Усман бабай Дауытов тора ине. Уға кулак мөһөрө тағылғас, урам осонда утрауҙа землянка яһап, шунда йәшәне. Йәшелсә баҡсалары бар ине. Ҡарбуз, ҡауын, бик күп йәшелсә үҫтерҙеләр.

Уң яҡлап остан Сәхи ағай, Ишғәле ағай, Ғүмәр ағай, Мәхмүт ағай, минең атайым – Тәки, Тимерғәле ағай, Ғәфиәт бабай, Нуриәхмәт ағай, Усман мөәзиндәрҙең өйҙәре ине. Улар барыһы ла бай, хәлле йәшәнеләр.

Беренсе класҡа уҡырға 1936 йыл төштөм. Ул ваҡыттарҙа кеше бик мул йәшәй башлаған ине. Беренсенән дүртенсегә тиклем Орҡыя апа Солтанова уҡытты. Кластарыбыҙ – матур, мәктәп – төҙөк, ятағы ла бар ине. Уҡытыусылар ауыл халҡы менән бергә концерттар, спектаклдәр, уйындар күп ҡуйҙы. Клубта иҙән таҡтаһының берәүен алып,
«балыҡсы» уйнағаныбыҙ әле булһа күҙ алдымда. Кеше бик күңелле йәшәне лә, эшләне лә ул дәүерҙә. 

Өйөбөҙҙө лә яҡшы хәтерләйем. Алты мөйөшле ҡарағай йорт. Уртала ҙур мейес тора. Уны уратып керһәң, артында – һике. Йылы тип, әсәйем, ҡустым менән өсәүләп, шунда йоҡлайбыҙ. Ә түр яҡта – ике ағас карауат, өҫтәл, семәрләп эшләнгән боронғо шкаф. Улар төрлө-төрлө матур төҫтәргә буялған. Иҙән һап-һары итеп, ҡырып йыуылған.

Бишенсе класты тамамлағанда һуғыш сыҡты. Уҡытыусылар ул ваҡытта күберәк ир-ат ине. Барыһы ла фронтҡа китте. Уҡыу ҡайғыһы түгел инде. Ноябрь айҙарында ғына уҡыу башлана. Китап, дәфтәр юҡ. Иҫке китаптарҙың юл араһына яҙабыҙ. Рус һәм немец телдәренән ике йәш кенә урыҫ ҡыҙы уҡытырға килде. Беҙ уларҙы аңламайбыҙ, улар беҙҙе аңламай. Ҡайһы бер фәндәрҙе бөтөнләй уҡыманыҡ.

1943 йыл шулай ете класс тамамланым. Биш ауылға шул дүрт-биш кеше генә тамамланыҡ. Башҡалар ташлап бөттө. Бик ауыр йылдар ине. Һуғыш һөрөмө төшкән мәктәп йылдары...

Етенсе класты тамамлағас, келәттә эш башланым. Ул 70-әр килограммлы тоҡтарҙы нисек күтәреп йөрөткәнбеҙҙер – әле булһа аптырайым. Комбайнда ярҙамсы булып эшләгәндә комбайнсы Маһира апайға көлтә биреп торам. «Дауай-дауай!» – тип ҡысҡырыуы һаман ҡолағымда яңғыраған кеүек. Унан һуң нефть техникумына уҡырға индем. Бухгалтер һөнәренә уҡып төҙөлөш тресының баш бухгалтерына тиклем үҫеп, ялға сыҡтым.

Хәсрәтле лә, бай ҙа, михнәтле лә тормош юлы үткән Гәүһәр апа Тәки ҡыҙы Дауытова. Уның күңел яралары, юғалтыуҙары шиғыр юлдары булып теҙелгән. Ябай ғына юлдар. Ә күпме һыҡраныу, күпме әсе күҙ йәштәре һалынған уларға...

Көҙгө ямғыр һыуыҡ була,
Кейенмәйсә сыҡмағыҙ.
Тормош булғас, төрлө саҡтар була,
Ауырлыҡтар килһә – сыҙағыҙ.
Юл буйлатып юртып килә
Башын һелкеп атҡайым,
Ниләр күрәһе бар икән
Яңғыҙ ҡалған башҡайым.
Йәшлек ваҡыт – матур ваҡыт,
Төрлөсә бөгөләһең.
Йәшең үткәс, ҡартлыҡ еткәс,
Ағасҡа әүер(е)ләһең.
Өй алдында ҡуш тирәк,
Береһен ҡырҡырға кәрәк.
Бөтәһе лә миңә һуңлап килде.
Ахрыһы, тыуғанмын иртәрәк.
Йылы булһын өсөн, баштарына
Ябыналар шәлде ҡатлап та.
Йәшлектәге ғүмер нисек тә уҙа,
Бәхет теләгеҙ һеҙ ҡартлыҡта.
Аллаһы Тәғәлә әйткән:
«Ҡайғы бирәм һынарға.
Беҙгә биргән хәс(е)рәткә
Мөмкин мени сыҙарға?
Сабыр итәһең инде...
Илем тарихы – мәктәп тарихында.

Мәктәп тарихы – айырым шәхес тормошонда.

 

Фото автор архивынан

Автор:Гөлсинә МИРАСОВА
Читайте нас в