

Сара тематик майҙансыҡтарҙан торҙо, уларҙың һәр береһе айырым бер һөнәргә арналған. Майҙансыҡтарҙа беренсе синыф уҡыусылары үҙҙәрен рәссам, элемтә инженеры, бейеүсе йәки спортсы ролендә һынап ҡарап, янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусы униформаһын кейә, полиция машинаһы рулендә ултыра алды.
Байрамда «Беренсе класс уҡыусылары аллеяһы»н - асыҡ һауала балаларҙың фотоһүрәттәре, уларҙың исемдәре һәм буласаҡ һөнәр тураһындағы хыялдар менән ҙур фотогалерея ла һәр кемгә оҡшаны.
Автор фотолары