Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Сентябрь , 13:00

Белем һәм тәрбиә һағында

Рус балалар баҡсаһында башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индергән тәрбиәселәр айырым иғтибарға лайыҡ. Шундай педагогтарҙың береһе — 13-сө «Аҡ ҡайын» балалар баҡсаһының юғары категориялы тәрбиәсеһе Эльвира Әхмәтйәнова.

Белем һәм тәрбиә һағында
Белем һәм тәрбиә һағында

- Кескәйҙәргә булған һөйөүем үҙ тәрбиәләнеүселәремдә генә түгел, ә башҡа төркөм балаларында ла сағыла. Бына инде ете йыл «Аҡбуҙат» түңәрәгендә бәләкәстәргә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтәм. Балаларға ныҡ оҡшай. Шул уҡ ваҡытта математиканан да түңәрәк алып барам, - тип ихлас уртаҡлашты Эльвира Закир ҡыҙы. - Эшемде бик яратам, уның һөҙөмтәләренә ихлас шатланам. Беҙҙең һөнәр кешегә бер урында тапанырға түгел, ә һәр ваҡыт үҫештә булырға өйрәтә. Был - минең өсөн мөһим күрһәткес!

Эльвира Закир ҡыҙы ҡасандыр Стәрлетамаҡ совхоз техникумын тамамлап, сауҙа өлкәһендә эшләгән була. Ул саҡта педагог булырға тигән уй башына ла инеп сыҡмай – бөтөнләй икенсе өлкә, икенсе йүнәлеш...

- Күптәргә был хәл таныштыр... Өфөгә күсеп барғас, ҡыҙымды балалар баҡсаһына урынлаштырыу проблемаһы килеп тыуҙы. Быны нисектер хәл итергә кәрәк ине. Күп уйлап торманым, балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә урынлашырға барҙым, - тип иҫкә төшөрә ул был хаҡта. – Уның мөдире минең менән һөйләшеп ултыра торғас, саф башҡортса аралашыуыма иғтибар итте. «Беҙгә башҡорт телендә байрамдар ойоштора белгән, асыҡ дәрестәр күрһәткән тәрбиәселәр кәрәк. Ә һеҙ әҙәби телдә бик матур һөйләшәһегеҙ. Әйҙәгеҙ, тәрбиәсе булып килегеҙ», - тип эшкә саҡырҙы. Педагогик белемем юҡ, тиһәм дә ул мине нисектер дәртләндерҙе һәм күндерҙе.
Балалар баҡсаһында ике аҙна эшләгәс, Эльвира тәрбиәсе һөнәренең еңел булмауын аңлай башлай, ундағы мөхиткә өйрәнеп китә алмай. Хеҙмәттәшенә, мин тәрбиәсе ярҙамсыһы булып күсәм, тип белдерә. Уныһы: «Кеше, киреһенсә, «нянечка»нан тәрбиәсе булырға ынтыла. Оят түгелме һиңә? Бирелгән талантыңдан, мөмкинлектәреңдән файҙаланмайһың», - тип яуап ҡайтара.

Шулай итеп сауҙа өлкәһендә арыу ғына ваҡыт эшләгән Эльвира педагогияға килә, улай ғына ла түгел, юғары категория алыуға өлгәшә, күп конкурстарҙың еңеүсеһе булып дипломдар, маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ишембайға әйләнеп ҡайтҡас, хәҙер инде тәжрибәле тәрбиәсе Эльвира Әхмәтйәнова 13-сө «Аҡ ҡайын» балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Ул иң ҙур ҡаҙаныштарына тап ошо белем биреү учреждениеһында өлгәшә. Мәҫәлән, педагогик оҫталыҡ буйынса «Бәхетле бала саҡ», «Педагогия буйынса инновациялы идеялар» тип исемләнгән» халыҡ-ара конкурстарҙә, Бөтә Рәсәй «Әҙәбиәт һандығы» бәйгеһендә, «Ваҡыт машинаһында сәйәхәт» Бөтә Рәсәй блиц-олимпиадаһында һәм башҡа сараларҙа еңеүсе булып, беренсе урындар яулай. Бынан тыш, балалар һәм атаәсәләр менән күп төрлө онлайн форум-конференцияларҙа, вебинарҙарҙа, белем биреү акцияларында, олимпиадаларҙа һәм фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашып тора. Уның педагогия стажы - 20 йылға яҡын.

- Беҙҙең белем биреү учреждениеһы комбинациялы төргә ҡарай – ике төркөмдә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләнә. Ҡала кимәлендә баһалағанда, баҡсабыҙ – яҡшы статуслы. Бында Светлана Хисмәтуллина етәкселегендә юғары квалификациялы тәрбиәселәр эшләй, - тип ихлас уртаҡлашты Эльвира Закир ҡыҙы. – Педагогтар араһында үткән ижади конкурстарҙа бейеү, вокаль коллективтары беренсе йәки призлы урындарҙы алып тора. Төрлө яҡлап талантлы хеҙмәттәштәрем менән сикһеҙ ғорурланам, артабан да уларға уңыштар теләйем.

Ғаиләгә килгәндә, педагог Эльвира Әхмәтйәнова ике бала тәрбиәләй.

- Эльвина ҡыҙым да минең юлдан китте. Салауат педагогия колледжын тамамлап, башланғыс кластарҙа коррекция буйынса педагог һөнәрен үҙләштерҙе. Әлеге мәлдә уҡыуын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дауам итә. Бында ул дефектология һәм логопедия буйынса белемен арттыра. Нурислам улым быйыл 5-се класҡа барҙы, - тигән ҡыуанысын еткерә яҡташыбыҙ.

– Атайым Закир менән әсәйем Фәнирә Кинйәкәй ауылында донъя көтәләр, алтын туйҙарына ла яҡынлашып киләләр. Улар – беҙҙең терәгебеҙ. Атайым ғүмер буйы – механизатор, әсәйем магазинда һатыусы булып эшләне. Колхоз эшенән бушамаһалар ҙа беҙгә лайыҡлы тәрбиә бирҙеләр, уларға рәхмәтлемен.

Эльвира Закир ҡыҙы кеүек яуаплы һәм уңған тәрбиәселәр булғанда һәр бер кескәй бала киләсәктә милләтебеҙҙең рухи нигеҙен тотасаҡ, тигән уй ҙур өмөттәр бағлай...


Фотолар ғаилә архивынан.

Белем һәм тәрбиә һағында
Белем һәм тәрбиә һағында
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в