Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь , 13:00

Директорҙың советниктары буласаҡ...

Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Уның барышында уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһалды һәм яңы маҡсаттар билдәләнде.

Директорҙың советниктары буласаҡ...
Директорҙың советниктары буласаҡ...

Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, киләһе йыл да былтырғыға ҡарағанда йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ишембай районының мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев белдереүенсә, уҙған йыл ҡуйылған бурыстарҙың барыһы ла үтәлгән   уҡыусыларҙың да, педагогтарҙың да уңыштары бар һәм был әүҙемлекте кәметмәйенсә алға барырға кәрәк.

- Республикала, үткән йылдарҙағы кеүек үк, мәғарифҡа өҫтөнлөклө роль бүленә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды кәңәшмәлә ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин. - Республика Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, Өфө районында алты мәктәп төҙөү буйынса конкурстың һайлап алыуын үтте. Ишембайҙа алты мәктәптә капиталь ремонт тамамлана. Башҡортостан “Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәбе” пилот проектын һынау өсөн өс төбәктең береһе булды. Уның йомғаҡтары буйынса мәктәптең иң яҡшы моделе илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренә индереләсәк. Ишембайҙа был проектҡа 19-сы мәктәп инде.

Азат Салауат улы билдәләүенсә, бөгөн мәғариф алдында эш биреүселәрҙең талаптары буйынса кадрҙар әҙерләүҙе мөмкин тиклем яҡынайтыу бурысы тора. Һөнәри белем биреүҙе тормошҡа ашырыу өсөн республика колледждарҙы комплекслы яңыртыуҙа әүҙем ҡатнаша. Белем биреү-производство үҙәктәре булдырыла, унда гранттар
аҡсаһына белгестәр әҙерләнәсәк.

Учреждениеларҙың төп бурысы - аныҡ тармаҡтарҙа урта звено кадрҙарын әҙерләү системаһын баҙар ихтыяждарына яҡынайтыу. Шулай уҡ медицина колледждары филиалдары селтәрен медицина округтары принцибы буйынса булдырырға ҡарар ителде, унда белгестәр эш биреүселәрҙең һорауы буйынса әҙерләнәсәк. Азат Салауат улы фекеренсә, хеҙмәт баҙарында балаларҙың конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу зарур. 2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителәсәк, шуға күрә бар тырышлыҡ уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелергә тейеш.

Маҡсаттар һәм бурыстар тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та һөйләп үтте. Ул райондың барлыҡ белем биреү ойошмаларының да тикшереү үтеүен һәм балаларҙы ҡабул итергә әҙер булыуы билдәләп китте. Мәктәптәрҙе ремонтлауға һәм йыһазландырыуға быйыл беҙҙең районға ярты миллиард һум самаһы аҡса бүленгән. “Һәр баланың уңышы” проекты сиктәрендә Ишәйҙә спортзал ремонтланған, өҫтәмә программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы урындар булдырыуға бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан ете миллион һум аҡса бүленгән. Был эштең һөҙөмтәһе уҡыусыларҙың төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа еңеүендә күренә.

Әхмәр, Верхотор һәм Көҙән ауылдары мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәләре” асыласаҡ.

- Был майҙансыҡтар - селтәрле үҙ-ара бәйләнеш шарттары булдырыу өсөн киңлектәр, уларҙың эше формаль булырға тейеш түгел, - тип билдәләне Азат Альберт улы.
- Яңы программалар, берлектәге мәғариф проекттары булдырылырға тейеш. “Үҫеш нөктәһе” - эшмәкәрлекте дәртләндереү өсөн яҡшы платформа, һөнәри белем биреүгә бер аҙым булып тора.

“Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты сиктәрендә 18-се, 19-сы, Петровский һәм Ҡанаҡай ауылдары мәктәптәрен, 2-се башҡорт гимназия-интернатын заманса һанлы ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙаллана, - тип өҫтәне Азат Ишемғолов. Балаларҙың туҡланыуына ла етди иғтибар бирелә. Аҙыҡ-түлек блогының матди-техник базаһын яңыртыуға республика һәм район бюджетынан - бер миллион һум, СанПин талаптарына ярашлы хәлгә килтереү өсөн тағы 1300000 һум аҡса бүленгән. Әхмәр, Кинйәбулат һәм Васильевка мәктәптәре өсөн 1600000 һумдан ашыу суммаға газ ҡаҙандары һатып алынған һәм ҡуйылған. Мәктәптәрҙә һаҡ системаларын йыһазландырыуға ете миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Киләһе йылға пландар тураһында ентекләберәк райондың мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев һөйләп китте. Яңы уҡыу йылындағы үҙгәрештәр яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттарына, тәрбиәүи эштәр планына, Рәсәй флагын күтәреү стандарттарына бәйле. Мәктәптәрҙә директорҙарҙың йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү һәм тәрбиә эше буйынса советниктары эшләй башлаясаҡ.

Әгәр элек Рәсәй мәктәптәре хәрәкәте, “Оло тәнәфес”, йәш армиясылар хәрәкәте проекттары менән ҡайһы бер дөйөм белем биреү ойошмалары ғына тығыҙ хеҙмәттәшлек итһә, быйыл был тәжрибәне бөтә мәктәптәргә таратыу планлаштырыла һәм был йүнәлештәге эш советниктарға йөкмәтеләсәк. Илшат Иҙиәтулла улы мәктәптәрҙә һәр дүшәмбе тантаналы рәүештә флаг күтәреү һәм дәүләт гимнын башҡарыу менән башланасағын да хәтергә төшөрөп үтте. Тантаналар ваҡытында флагтарҙы уҡыуҙа, ижадта йәки спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән иң яҡшы уҡыусылар күтәрәсәк. Дәрестән тыш эшмәкәрлек сиктәрендә “Мөһим һөйләшеүҙәр” дәрестәр циклы башланасаҡ, унда илебеҙ тарихы һәм мәҙәниәте, донъя процестарында уның роле менән бәйле һорауҙар ҡараласаҡ. Республикала Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар стандарты ҡабул ителде һәм 1 сентябрҙән 2-се башҡорт гимназия-интернатында ошондай класс асыласаҡ. Уҡыусылар өсөн берҙәм кейем формаһы, сафта йөрөү, ут, спорт әҙерлеге, милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген алып барыу күҙ уңында тотола. 1-се гимназия ЛНР-ҙың София мәктәбенә беркетелгән, әле уға методик ярҙам күрһәтелә, ә депутаттар, Мәғариф идаралығы, спорт комитеты, гимназия коллективы көсө менән матди ярҙам күрһәтелә. Быйыл 11-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә IT-Куб балалар өсөн һанлы белем биреү үҙәге асыласаҡ. Бында техник йүнәлештәге программалар тормошҡа ашырыласаҡ,
был балаларға IT-технологиялар өлкәһендә заман менән бергә атларға мөмкинлек бирәсәк. Һанлы белем биреү мөхите мәктәптәрҙе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы ғына түгел, шулай уҡ “Минең мәктәбем” федераль мәғлүмәт системаһын индереүҙе күҙ уңында тота. Ул бөтә ил территорияһында сифатлы һанлы белем биреү контентына һәм һанлы белем биреү сервистарына тигеҙ инеүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

- 1 сентябрҙән яңыртылған федераль дәүләт мәғариф стандарттары индерелә, уларҙың төп үҙенсәлеге - аныҡ предмет, метапредмет һәм шәхси һөҙөмтәләр, шулай уҡ
бөтә предметтарға аныҡ талаптар булыуы, - тине Илшат Исмәғилев. - Әгәр элек уҡытыусы үҙенең эш программаһын яҙырға һәм календарь планлаштырырға тейеш булһа, бөгөн ул әҙер программа буйынса эшләй ала, унда һәр класс һәм сирек йомғаҡтары буйынса уҡыусылар ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейешлеге аныҡ яҙылған. Шулай итеп, барлыҡ күрелгән саралар Рәсәй территорияһында берҙәм белем биреү киңлеген булдырыуға, уҡытыусыларға административ йөкләмәне һәм артыҡ отчет биреүҙе
кәметеүгә алып киләсәк.

Ғәҙәттәгесә, кәңәшмә барышында хеҙмәттә уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларҙы бүләкләп киттеләр. Үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән Тимашевка ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлмира Лапшева, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталары менән 1-се гимназия директоры Галина Баканова, Мәғариф идаралығының әйҙәүсе инспекторы Фаягөл Ғибаҙуллина, Әхмәр ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Ғиләжева, 31-се “Аленушка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Прахова, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы педагогы Венера Рәхимова, 1-се гимназияның сит телдәр уҡытыусыһы Наталья Шнель бүләкләнде. Мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү эшендә 19-сы һәм Верхотор мәктәптәре иң яҡшылары тип танылды. 11-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Валентина Дятлова, 26-сы «Миләшкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Татьяна Мещерякова, 2-се башҡорт гимназия-интернатының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Луиза Мирасова, 1-се гимназияның информатика уҡытыусыһы Алена Шотт, 16-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Юлия Щербакова “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәләренә лайыҡ булды.

- Мин Әхмәр мәктәбендә 27 йыл эшләнем, хеҙмәт кенәгәмдә бер генә яҙыу бар, - ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Ғиләжева. - Тормошомда тик яҡшы педагогтар осраны, тап улар ошо һөнәргә һөйөү тәрбиәләне. Уҡытыусы һөнәрен һайлағаныма үкенмәнем, башҡа һөнәрҙә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Балалар менән эшләгәс, үҙебеҙ ҙә күңелебеҙ менән йәшәрәбеҙ, тағы ла дәртләнеберәк эшләйбеҙ. Яҡшы уҡытыусы, эшләгән саҡта һәр ваҡыт үҙе лә уҡый, был бик мөһим.


Автор фотолары.

Директорҙың советниктары буласаҡ...
Директорҙың советниктары буласаҡ...
Директорҙың советниктары буласаҡ...
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас в