Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Август , 14:00

Түбәнән алып подвалға тиклем ремонт

Ҡаланың 2-се мәктәбенең башланғыс кластар урынлашҡан корпусында бина тулыһынса реконструкциялана. Һыу менән тәьмин итеү, канализация, йылытыу системаларын монтажлау эше тамамланған. Бинаның ҡыйығы ла әҙер, тиҙҙән аҫылмалы түшәмдәр монтажланасаҡ. Урыны менән иҙәнгә плитка түшәлгән, әлегә эшселәр бинаны биҙәү өсөн әҙерләй. Бинаның төп стеналары ғына ҡалған, башҡа әйберҙәре барыһы ла яңы буласаҡ.

Түбәнән алып подвалға тиклем ремонт
Түбәнән алып подвалға тиклем ремонт

- Реконструкциялау проектын ата-әсәләр һәм уҡытыусылар менән бергәләп тикшерҙек, стеналарҙың төҫөн һайланыҡ. Проектлаусылар берҙәм төҫтәр гаммаһын һәм ике-өс төҫлө буяу ғына ҡулланыу кеүек ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе талап итте, - ти мәктәп директоры Алевтина Емельянова. - Шулай уҡ беҙ санитар нормаларҙы һәм психологтарҙың кәңәштәрен иҫәпкә алдыҡ.

Алевтина Ивановна әйтеүенсә, мәктәпте ремонтлауға 50 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Финанслау федераль һәм төбәк бюджеттан алып барыла. Район аҡсаһына йыһаздар һәм ҡорамалдар һатып алынасаҡ.

- Әгәр элек беҙҙең мәктәп ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса заманса янғын хәүефһеҙлеге талаптарына, СанПиН-ға тап килмәһә, хәҙер, ремонт барышында, был хоҡуҡ боҙоуҙар бөтөрөләсәк. Мәҫәлән, хәҙер аш-һыу бүлмәһе йәшелсәләрҙе этаплап әҙерләү, ит эшкәртеү алып барылған «таҙа» һәм «бысраҡ» зоналарға бүленгән, - тип
һөйләй директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Тамара Заплатина. - Тағы ла бер миҫал, ишек уйымы: йыл һайын уның өсөн штраф түләнек, ул янғын һүндереүселәрҙең үлсәме буйынса тар. Хәҙер ул кәрәкле күрһәткестәргә тиклем киңәйтелә.

Тамара Алексеевна бина буйлап экскурсия үткәреп, хәҙер һәр класта эҫе һәм һыуыҡ һыулы раковиналар барлыҡҡа киләсәк, коридорҙа эсәр фонтан ҡуйыласаҡ, тип хәбәр итте. Бынан тыш, спорт залында запас сығыу урыны ла йыһазландырылған. Ремонт эштәрен август аҙағына тамамлау планлаштырыла. Балалар яңы, матур һәм уңайлы
бинала белем донъяһына юлланыр тип ышанабыҙ.


Автор фотоһы.

Түбәнән алып подвалға тиклем ремонт
Түбәнән алып подвалға тиклем ремонт
Түбәнән алып подвалға тиклем ремонт
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас в