Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июль , 14:00

Ул – балта оҫтаһы ла, шағир ҙа

Редакциябыҙға йыш ҡына күрше ҡалаларҙан да киләләр – беҙ ундай ҡунаҡтарға сикһеҙ шатбыҙ. Сираттағы һүҙебеҙ гәзитебеҙ дуҫы һәм яҡташыбыҙ – Салауат ҡалаһында йәшәүсе Ишҡәле Дәминов тураһында булыр.

Ул – балта оҫтаһы ла, шағир ҙа
Ул – балта оҫтаһы ла, шағир ҙа

Ишҡәле ағай 1952 йылдың 20 февралендә Ҡанаҡай ауылында Рәбиғә һәм Ғарифулла Дәминовтар ғаиләһендә тыуған. 1959 йылда 1 классҡа уҡырға бара, ул саҡта ауыл башланғыс мәктәбе ни бары дүрт йыллыҡ ҡына була.

- Тәүге уҡытыусым Сәжиҙә апа Вильданова ине. Дүртенсе кластан һуң Әхмәр мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Һәләүек йылғаһы туңғансы тураға сыға торғайныҡ. Ҡайһы саҡта Әхмәргә колхоз контораһына барған машинаға йәки тракторға ултырабыҙ, - тип иҫкә ала үҫмер саҡ йылдары тураһында яҡташыбыҙ.

1963 йылда Ҡанаҡайҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәп асыла. Шуға ла Ишҡәле Ғарифулла улының 8 класты тыуған ауылында тамамларға мөмкинлеге була. Тик үҫмер алдында тағы һорау тора: артабан уҡырға Әхмәр мәктәбенә барырғамы, әллә һөнәри техник училищеғамы?

- Класыбыҙ ҡыҙҙары – Фәүзиә Дәүләтова, Сәриә Латыпова, Йәмилә Ҡолмөхәмәтова һәм Рәйфә педагогия училищеһына барырға булдылар. Миңә яҙмыш икенсерәк һынау әҙерләне. Йәштән сәхнәлә сығыш яһап өйрәнгәс, культураағартыу училищеһына уҡырға барырға хыялланғайным. Ләкин атайым, әртис эше – ҡатын-ҡыҙ эше, тип ҡырт киҫте. Свердловскиға Сувор исемендәге хәрби училищеға ла ебәрергә ҡурҡты, ахырыһы, - тип һөйләй Ишҡәле Дәминов. – Райондың халыҡ мәғарифы бүлегенә ике тапҡыр барып ҡайттыҡ. Унда миңә йә Ишембай нефть техникумын, йә ҡалала урынлашҡан 1-се интернатты һайлағыҙ, тинеләр. Техникумдан баш тартҡан булдым, интернат тураһында тағы атай үҙ ҡарарын сығарҙы. 9 классҡа Әхмәргә барырһың, уҡытырға үҙемдең көс етә, тигән булды ул.

Ишҡәле ағай һигеҙ балалы ғаиләлә иң олоһо була. Һүҙ юҡ, улар быуыны эшләп ашап өйрәнгән – баҫыуҙа сөгөлдөр утайҙар, уңыш йыялар, япраҡ аҙығын (ҡайын, уҫаҡ япраҡтары) әҙерләйҙәр.

- Уҡыуға төшөр алдынан, 28 августа, уҡытыусы Сабирйән ағай саҡыртып алды ла Әхмәр мәктәбенә ғариза яҙҙыртып, документтарҙы ҡулға бирҙе. Шул саҡта ҡалала эшләүсе бер ауылдашыбыҙ (Рәсүл ағай Кинйәбаевтың апаһы булды, шикелле) Куйбышевҡа иретеп йәбештереүсегә һәм газ менән киҫеүсегә уҡырға егеттәр йыя ине.Дуҫтарым документтарын шул апайға алып барып биргәйне. Мин дә уларҙан ҡалышырға теләмәнем. Әхмәр мәктәбе урынына документтарҙы тоттом да төркөмгә кеше туплаусы апайға киттем, - ти яҡташ ағай. – Ләкин Куйбышевта эш бешмәне. Унда беҙ барғансы, иретеп йәбештереүселәр һәм газ менән киҫеүселәр төркөмө тулғайны инде. Беҙҙе изоляциялаусы һөнәренә уҡытырға булдылар. Уҡыу йорто менән килешмәйенсә, документтарҙы кире һораныҡ – тик уларҙы беҙгә бирмәнеләр. Һеҙҙең яҡ менән килешеү төҙөлгән, тиҙәр. Әмәлгә ҡалғандай, документтарыбыҙҙы төркөм мастеры сумкаһында йөрөткән булған, уларҙы урланыҡ та ҡасып ҡайтып киттек. Тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, Ишҡәле Ғарифулла улы Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан 42-се һөнәри техник училищеһына балта оҫтаһына уҡырға инә.

Унда өс ай теория уҡығандан һуң, практика үтергә сығып китә. Тәүге объекттарын – мәҙәниәт йортон һәм 16 фатирлыҡ ике ҡатлы йорттарҙы Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында төҙөй.

- Хеҙмәт юлымды Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһында 546-сы күсмә төҙөлөш колоннаһы балтасыһы булараҡ башлап ебәрҙем, 1970 йылдың 29 ноябрендә армияға алынып, ракета-артиллерия частында хеҙмәт иттем. Хәрби бурысымды уңышлы үтәп, «Хеҙмәт отличнигы» һәм башҡа Маҡтау грамоталарына лайыҡ булдым, - тип дауам итә һүҙен Ишҡәле ағай. 

– Армияға тиклем Бөрө районы Калинники ауылы һылыуы – Валентина Григорьевнаға өйләнгәйнем. Әйткәндәй, никах уҡытҡанда кәләшемә Вәлиә тип мосолманса исем бирҙек. Апайығыҙ башҡортса аңлай, хатта йәшерәк сағында беҙҙеңсә йырлай ҙа торғайны.

Даминовтарҙың ғаиләһе барлыҡҡа килеүгә быйыл – 51 йыл. Валентина һәм Ишҡәле Даминовтар өс балаға – Ольгаға, Олегҡа һәм Иринаға ғүмер бүләк итә. Бөгөнгө көндә улар Эвелина, Александр, Дарина һәм Полина исемле ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә.

- Шиғриәт донъяһына бик һуң килдем... – тип үкенесен белдерә ағай. – Элегерәк ваҡыт яғы ла тар, эш тә күп булғандыр инде. Шуға ла мин, тормош пенсияға
сыҡҡас, хәҙер башлана икән, тим. 

Бала саҡтан сәхнә тормошона ғашиҡ Ишҡәле Ғарифулла улы тәүге ролен Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» пьесаһында башҡара. Уны быға сығышы менән Сәлих ауылынан булған уҡытыусы Зәйтүнә апай күндерә. Ошо көндән алып үҫмер Ишҡәле сәхнә тормошо менән йәшәй башлай. Ул концерттарҙың, төрлө байрамдарҙың алып барыусыһы
була. Хужа Насретдин көләмәстәрен дә оҫта һөйләй.

- Унлап йырым бар. «Юлдаш» радиоһынан «Ишембайым», «Ҡанаҡайым» тигәндәрен тыңлаттылар. Мин шөғөлләнгән «Сатҡылар» әҙәби берекмәһенең еткәсеһе Нәзирә апай Ишҡолова уларҙың көйөн яҙҙы. Уға оло рәхмәтемде еткерәм, - тигән яңылығы менән урнтаҡлаша яҡташыбыҙ. – Шулай уҡ билдәле журналист Сибәғәт Рахманғоловты телгә алып үтер инем. Шиғырҙарымды тәү тапҡыр уҡыусы һәм уларҙы Салауат гәзитендә баҫтырыусы ул булды. Сибәғәт Ғибат улына ла ныҡ рәхмәтлемен.

Әйткәндәй, әлеге мәлдә «Сатҡылар» ойошмаһы ағзалары скетч, комедия уйнарға өйрәнә. Улар араһында Ишҡәле ағайҙың да әҫәрҙәре бар.

- Матур ғына номерҙар туплаһаҡ, районауылдарға гастролгә сығырға тигән хыял менән йәшәйбеҙ. Үҙемдең дә «Ғәҙелйән», «Әхирәттәр» исемле ике драмам яҙылған. Тәүгеһен Мәләүез халыҡ театры режиссеры алды, - тип белдерә автор. – Шулай уҡ ҡәләмемде хикәйә яҙыуҙа һынап ҡараным. «Сәйер мөхәббәт» тигән әҫәр «Сатҡылар» әҙәби берекмәһенең йыйынтығында баҫылып сығырға тейеш.

Мәҡәләмде йомғаҡлап шуны әйткем килә: Ишҡәле Дәминов һуңғы йылдарҙа комплекслы бригадала эшләгән була. Ағайыбыҙ ташсы, монтажсы, штукатур, ҡалайсы, быяласы, хатта мейес сығарыусы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Төҙөлөш тармағындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн үҙ заманында КПСС Үҙәк Комитетының Бөтә союз ветераны тигән маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

Дуҫыбыҙҙың ижад емеше – шиғырҙары һәм йырҙары «Мөхәббәт тәме – тормошом тәме» тигән китабында тупланған. Ундағы әҫәрҙәр күберәк тыуған яғына, туғандарына бағышланған. Мәҫәлән: «Сит тарафтарҙа йәшәгән милләттәшкә» тигән шиғыры. 

Һин дә – башҡорт, мин – дә башҡорт,
Тамырыбыҙ – бер беҙҙең.
Аралар алыҫ булһа ла,
Йөрәктәр яҡын беҙҙең.
Урал тауҙа – башҡорт иле,
Аҫаба башҡорт бит – һин!
Тыуған ергә таянайыҡ,
Ошо бит изге илең.
Кендек ҡаның тамған урын –
Һинең дә һөйгән ерең.
Ата-баба моң тибрәткән
Наҙ ғына башҡорт телең.
Ҡәҙерләһәк телебеҙҙе,
Һөйөрбөҙ илебеҙҙе.
Мең йәшәр ҙә тыуған илем,
Тынмаҫ һис туған телем.
Туған моңдар сыңлап торһон
Ғәзиз Башҡортостанда.
Онотмайыҡ йолаларҙы
Ат көтөр далаларҙа.
Ҡымыҙ бешһен һылыу ҡыҙҙар,
Яңғыратып башҡорт йырҙарын.
Ил данлаһын батыр ир-егеттәр,
Мәңге тынмаҫ ҡурай моңдары.
Сит яҡтарҙа йәшәһәң дә, башҡорт,
Туған телкәйеңде онотма!
Ете быуын шәжәрәңде өйрән,
Нәҫел-тамырҡайың ҡоротма.

Шағирҙың ижад шишмәһе бер ҡасан да ҡоромаһын, күңел төпкөлөнән урғылып торһон!


Фотолар ғаилә архивынан.

Ул – балта оҫтаһы ла, шағир ҙа
Ул – балта оҫтаһы ла, шағир ҙа
Ул – балта оҫтаһы ла, шағир ҙа
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в