Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Июнь 2022, 10:00

Мәктәбем - изге йортом

Маҡар мәктәбенә – 150 йыл

Мәктәбем - изге йортом
Мәктәбем - изге йортом

1870 йылдың 11 апрелендә үткәрелгән сходта Маҡар ауылы халҡы училище йортон төҙөү хаҡы 497 һум 49 тингә төшөүен, йортто тотоу, йылытыу кеүек эштәрҙе
халыҡ үҙ өҫтөнә алыуы тураһында хәбәр итә. Шулай итеп, Маҡар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе Ишембай районында ғына түгел, Башҡортостандағы
иң тәүге мәктәптәрҙең береһе - 1872 йылдың 5 мартында 3 йыллыҡ рус-башҡорт училищеһы булараҡ асыла.

Тәүге уҡытыусы Абдулхаҡ Сәғитов була, унда 20 малай рус грамотаһын, арифметиканың тәүге ҡағиҙәләрен, иҫәп, география, матур һөйләүгә өйрәнәләр, ә Баисланов мулланан дин нигеҙҙәре дәрестәрен алалар. Уҡытыусылар Хәсән Тереғолов, Батыргәрәй Ҡарамышев, Мөхәмәтгәрәй Ҡарамышев, Нурғәли Ҡарамышев, Сәхибзада Ярмаков, дин уҡытыусылары Мөхәмәҙулла Дауытов, Нәҙәрғәли Йомағужин XIX быуат аҙағыXX быуат башында уҡыталар. Маһруй Ҡарамышева 1918 йылдан 1920 йылдың уртаһына тиклем башланғыс белем бирә, ашҡорт теле, тарихтан уҡыта, I баҫҡыс мәктәбе мөдире була. 1918 йылдан Маҡар училищеһы I баҫҡыс Берҙәм Хеҙмәт Совет мәктәбе тип атала башлай.

1925 йылда икенсе уҡыу йорто ФЗО - фабрика-завод мәктәбе асыла. Мәктәптең бинаһын, ятағын, уҡытыу оҫтаханаларына кәрәкле ҡорамалдарҙы, кадрҙарҙы комплектлау буйынса Мөхтәр Ҡарамышев шөғөлләнә. Ул осорҙа БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары рәйесе булған яҡташыбыҙ Әҡсән Мөхәмәтҡолов Мөхтәр Ҡарамышевтың эшен хуплай, дәүләт яғынан мөмкин булған финанс ярҙамын күрһәтә. ФЗО мәктәбе илдә барған индустриялаштырыуҙа ҡытлыҡ кисергән инженер-техник кадрҙар, эшселәр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Яҡшы йыһазландырылған мәктәп оҫтаханаһында мәктәптәргә кәрәкле мебелдәр, парталар, ултырғыстар етештерелеп, күрше-тирә ауыл-ҡала мәктәптәренә оҙатыла. Уҡыу бинаһы эргәһендә уңайлыҡтары булған ятаҡ та була, унда уҡытыусылар һәм уҡыусылар йәшәй, төрлө мәҙәни саралар, спорт ярыштары үткәрелә. Маҡар ФЗО мәктәбен
тамамлаусылар тулы булмаған белем тураһындағы танытма менән бер рәттән ағас эшкәртеү оҫтаһы танытмаһын да алып сығалар.

1924-1925 уҡыу йылында I баҫҡыс Берҙәм Хеҙмәт Совет мәктәбе эргәһендә II баҫҡыс Маҡар мәктәбе асыла һәм уны тамамлаусылар тулы булмаған урта белем тураһында таныҡлыҡ алып сығалар. Икенсе баҫҡыс мәктәбе өс сығарылыш яһай (1928-1930й.). Уңайлы шарттар булмаһа ла Маҡарға күрше ауылдарҙан, шулай уҡ Белорет, Стәрлебаш, Ғафури, Мәләүез райондарынан да уҡыусылар килеп, ауыл кешеләрендә фатирҙа йәшәп, белем алырға ынтылалар. Ошо йылдарҙа уҡығандарҙың күптәре билдәле кешеләр булып китәләр. Билдәле ғалим, профессор Жәлил Кейекбаев, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов та һөнәрҙәре буйынса уҡытыусылар. 1987 йылда Маҡар мәктәбендә уларға арнап мемориаль таҡтаташ асылды. 1927 йылда яҡташыбыҙ, БАССР Халыҡ Комиссарҙары рәйесе Әҡсән Мөхәмәтҡоловтың туранан-тура ҡатнашлығында яңы мәктәп ҡалҡып сыға. Мәктәп янында дөйөм ятаҡхана (интернат), ашхана эшләй башлай. Бейек фундаментта күтәртелгән мәктәп ап-аҡ булып, әллә ҡайҙан үҙенә әйҙәп тора. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа яратып уны “Аҡ мәктәп” тип йөрөтә.

1939 йылда Маҡар мәктәбе урта мәктәп булараҡ тәүге сығарылыш яһай. 18 егет һәм 2 ҡыҙ, урта мәктәп тамамлау тураһында ҡулдарына аттестат алып юғары уҡыу
йорттарына йүнәлә. Тик ҡәһәрле һуғыш 1939 йылғы ғына түгел, 1940-1943 йылғы сығарылыш уҡыусыларының изге хыялдарын да селпәрәмә килтерә, күптәре яу
яланында ятып ҡала. 1942 йылдың уҡыу йылы башында 10-сы класта 18 кеше уҡый башлай, икенсе сирек бөтөүгә уларҙың бары тик туғыҙы ғына ҡала: егеттәрҙең исеме тапҡырына “армияға алынды” тигән яҙыуҙар барлыҡҡа килә.

Һәр мәктәптең уңыштары уның етәкселегенә бәйле. I баҫҡыс мәктәбе мөдирҙәре Маһруй Ҡарамышева, Сәйәх Зәйнуллин, Лотфулла Ҡарамышев, ә II баҫҡыс мәктәбе мөдирҙәре Мансур Иҙелбәков, Әхмәтғәли Солтанов, Абдулла Нагаев була. Абдулла Нагаев 1924 йылда Башҡорт дәүләт педагогия техникумын отличие менән тамамлай. 1928 йылда Петровск, 1929-1948 йылдарҙа Маҡар мәктәбендә эшләй. 1930 йылда 25 йәшлек егеткә директор вазифаһын йөкмәтәләр. Педагогия коллективының көсө уның алдынғы ҡарашлы, тәрән белемле һәм эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусыларҙа икәнлеген аңлаған Абдулла Нагаев Маҡар мәктәбендә лә ошондай коллектив туплауға өлгәшә. Тынғыһыҙ етәксе директорлыҡтан тыш “Алға” район гәзитенең мөхәррире лә була. Ликбез буйынса курстар үткәрә, уҡытыусылар, ата-әсәләр алдында лекциялар һөйләй, өмәләр ойоштороу кеүек эштәрҙе башлаусы була. Мәктәп һәм детдом балалары өсөн уҡыу йылы башында Белем көнөн уҙғарыу йолаға әүерелә.

1934 йылда I баҫҡыс һәм II баҫҡыс мәктәптәре берләштерелеп, тулы булмаған Маҡар урта мәктәбе, ә мөдирҙәр директор тип йөрөтөлә башлай. 1934- 1940 йылдарҙа 22 йәшлек Зыя Усманов директор булараҡ мәктәптең матди-техник базаһын үҫтереүгә, өлкән кластарҙа малайҙар балта оҫтаһы, ҡыҙҙар тәрбиәсе һөнәрен үҙләштереп таныҡлыҡ алһындар тип тырыша. Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандан һуң ул хеҙмәт юлын Өфө мәктәптәрендә, балалар йорто директоры булып дауам итә. Урта мәктәп директорҙары Әмиров А.Ш., Иҫәнгилдин Х. М.,Ҡарамышев Б.А., Абдуллин М. С., Саниева Кәшифә, Хәкимов Ф.Х., Зәннәтов Р.З., Йомағужин Ф.Р., Абдуллин А.С. Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең именлеге өсөн көрәшәләр, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, ғүмерҙәрен мәктәп менән бәйләйҙәр. Уларҙың һәр береһенең хеҙмәт эшмәкәрлеге, һуғыш йылдарындағы батырлығы тураһында очерк ҡына түгел, роман яҙырға мөмкин булыр ине. Йомағужин Фуат Рәшит улы - инженер, химия уҡытыусыһы, фольклорсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ маҡарҙар өсөн бөйөк кеше. Ул 1935 йылда тулы булмаған Маҡар мәктәбен тамамлағандан һуң, уҡыуын Ҡазан химия-технология институтында дауам итә, “Шартлатҡыс матдәләр етештереү буйынса инженер-химик-технолог” һөнәрен үҙләштерә. Институтты тамамлағас Джерзинск ҡалаһына хәрби заводта инженер булып эшкә ебәрелә. 1943 йылда заводта шартлау була һәм яраланған Фуат Йомағужин тыуған ауылына ҡайтарыла. Тик тынғыһыҙ егет саҡ ҡына рәтләнеү менән фронтҡа ынтыла. Ныҡлы һауығып та бөтмәйенсә 1945 йылдың ғинуарында һуғышҡа алына.

“Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа миҙалдар, Баш командующий И. В. Сталиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. 1945 йылдың аҙағында тыуған яҡтарына ҡайтып, яратҡан эшенә тотона. Уҡытыу менән бер рәттән ауылдаштары араһында ҙур ижтимағи эш алып бара, уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙан торған үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ойоштороп, Маҡар ауылы халҡы өсөн генә түгел, район ауылдарына ла сығып спектаклдәр, концерттар ҡуялар. Фуат Рәшит улы башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеү, ғөрөфғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса ла күп эш алып бара. “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” байрамдарының сценарийын яҙа. Уның «Һикәҙе», «Эй, Маҡарым», «Әүһәләй», «Бүләк» кеүек йырҙары киң популярлыҡ яулай.

Зәннәтов Рәғиб Заһир улы тыумышы менән Иглин районынан булһа, тормошо Маҡар һәм Этҡол ауылы мәктәптәре менән бәйле. 1950 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған белгес Маҡар мәктәбенә география уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. 1952 йылда завуч итеп тәғәйенләнә, 1954 йылдан 1957 йылға тиклем мәктәп директоры була. 1957-1971 йылдарҙа Этҡол мәктәбендә эшләгәндән һуң Маҡар мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә, ике мәктәптә лә тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдыра. Уның тынғыһыҙ хеҙмәте арҡаһында бик күп этнографик, тарихи, геологик табыштар, экспонаттар туплана, тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған методик эштәре донъя күрә. Уҡытыу һәм тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн мәғариф бүлегенең, Мәғариф министрлығының, Башҡортостан Өлкә комитетының почет грамоталары менән бүләкләнә, “РФ халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһенә, Октябрь революцияһы орденына лайыҡ була.

Яу яландарынан ҡайтҡан уҡытыусылар уҡытыу эшенә айырым бер ҡомар менән дәртләнеп тотоналар. Улар араһында С.Х. Макарский, Х.Г.Әхмәтйәнов, Ш.Г. Әхмәтйәнов, А.З. Хәлитов, Ғ.Х. Абдуллин, К.Г Буранғолов, М.Н. Иҙелбәков, З.Х. Ишҡолов, Б.А. Ҡарамышев, Г.Н. Ҡотлобаева, Б.Ф. Рахманов, Н.Р. Рахманов, Д.С. Сәсәнбаев, И.К. Йомағужин, К.М. Йомағужин була. Китап һәм ҡәләмдәрен винтовкаға алмаштырған уҡытыусыларыбыҙҙың әлеге көндә береһе лә иҫән түгел. Уларға арналған мемориаль таҡтаташ 2010 йылда мәктәп фойеһында асылды.

Абдулла Сәйфулла улы Абдуллин ете йыл хәрби хеҙмәттә була, бәлки шуғалыр ҙа мәктәпкә етәкселек иткән осорҙа (1969-1977) балаларҙа хәрби-патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлә. Ул 1968 йылда Башҡортостан делегацияһы составында Мәскәүҙә Бөтә Союз уҡытыусылары съезында ҡатнаша, артабан да мәктәп балаларҙа хәрби-патриотик рух, ватансылыҡ хистәре тәрбиәләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Әлеге көндә лә Маҡар урта мәктәбенең тәрбиәүи эшендә ул төп йүнәлеш булып тора. Һуғыштан һуң был йүнәлештә эште военруктар К. Ғәлләмов, Х. Абдуллин, М. Абдуллин, Ф. Мөхәмәтов, В. Ҡотлобаев, башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусылары, Р. Зәннәтов, Х. Фәтҡуллин, Р. Ҡадиров, Ф. Ғазалиев, Г. Вәлиев, Р. Даминов үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, физик әҙерлектәрен үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләнеләр.

Мәктәп тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе Фәрүр Шәрифулла улы Зөлҡәрнәев. Ул 1960-1964 йылдарҙа Маҡар мәктәбен етәкләй, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ мәғариф алдынғыһы. Уның етәкселегендә мәктәп яны участкаһында ул заманда ултыртылған груша ағастары әле һаман да һәр йылдың яҙында алһыу сәскәләре, көҙөн тәмле емештәре менән һоҡландыра. Фәрүр Шәрифулла улы коллегалары, уҡыусылары хәтерендә ижади, тиктормаҫ, әммә тыйнаҡ, иғтибарлы, ғәҙел холоҡло кеше булып хәтерендә ҡала.

Зөфәр Сәйетгәрәй улы Ҡарамышев директор вазифаһында күп эшләмәй, әммә 50-60 йылдарҙа иң көслө математика уҡытыусыһы булған Мөхәрәм Ҡотлоев (завуч һәм директор вазифаһында бернисә йыл эшләй), Фәүзиә Аҡҡолова менән бик күп уҡыусыларҙың математика, физика фәндәрен үҙ итеүенә ҙур өлөш индерәләр. Завуч булараҡ М.А. Ҡотлоев уҡытыусыларҙың методик эшен юғары кимәлгә күтәрә, педколлективтың эшмәкәрлегендә кабинет системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыуға өлгәшә. 1962 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика һәм филология факультеттарының педагогик практикаларын ойоштороуҙа ла Мөхәрәм Абдрахман улының баһаһы ҙур.

Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Харис Фәтҡуллин мөғәллимлеккә һөнәр генә итеп ҡарамай, уны намыҫ һәм йөрәк эше, мәктәпте изге итеп ҡабул итә, уға 52 йыл ғүмерен бағышлай. 1970 йылда Харис Фәтҡуллин Маҡар урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1977 йылдың декабрендә 30 йәшлек Харис Иҙрис улы Маҡар урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм был ауыр, яуаплы вазифала 27 йыл буйы эшләй. Ул ваҡытта мәктәптә биш йөҙгә яҡын уҡыусы була, дүртәр сығарылыш кластарында йөҙҙән артыҡ бала уҡый, Ташбүкән, Ғүмәр ауылдарынан килгәндәр интернатта ятып уҡыһа, Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай ауылдарыныҡылар 4-6 километр араны көн һайын йөрөп уҡыйҙар.

1979 йылда мәктәп урмансылығы булдырыла. Ул балаларҙа тәбиғәткә һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында эшләнә. Бер-нисә йыл Маҡарҙа “Мәктәп урман хужалыҡтары” республика слетын уҙғарыу Х.И. Фәткуллиндың ойоштороу һәләтенен юғарылығын күрһәтә. 80- 90-сы йылдарҙа Маҡар мәктәбе юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Мәктәптә 1982 йылдан алты йәштән уҡытыу, артабан үҫтереүле уҡытыу индерелә. Юғары класс уҡыусылары Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында лекциялар тыңлай, профориентация йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла, район олимпиадаларында Маҡар уҡыусылары алдынғылыҡты бирмәй. Харис Иҙрис улының ҙур ҡаҙаныштарының береһе – ябай ауыл шарттарында республикала киң билдәле Маҡар шашка спорт мәктәбен ойоштороу, ул 17 спорт мастерлығына кандидат әҙерләй. Уның тәрбиәләнеүселәре өс тапҡыр Башҡортостан чемпиондары, Бөтә Рәсәй ярыштары призерҙары булып, республика данын Санкт-Петербург, Мәскәү, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙа үткән Бөтә Рәсәй чемпионаттарында яҡланылар. Һәр мәктәптең методик-ойоштороу эше, уҡытыусыларҙың уҡытыу кимәле директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарының талапсанлығына, уҡытыу эшендәге һәр файҙалы яңылыҡты ҡулланыуға, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү һәм практикаға индереүгә әҙер булыуға бәйле. Төрлө йылдарҙа ошо яуаплы эште намыҫлы башҡарған З. Абдуллина, Р. Мәғәсүмова, Ғ. Урмантаев, Ш. Әхмәтйәнов, А. Биктимиров, З. Кәлимуллина, М. Ҡотлоев, А. Шәйәхмәтов, Б. Аҡҡолов, Г. Баймөхәмәтованың исемдәре мәктәп тарихында лайыҡлы урын алып тора.

Маҡар мәктәбе XX быуат уртаһынан башлап эшләгән үҙенең көслө уҡытыусылары менән дә ғорурлана: Мөхәмәтов Ф.Н., Әхмәтйәнова Р.А., Яҡупова Х.З., Ҡотлоева Ө.А., Әхмәтйәнова Р.Я., Кинйәбулатова З.А., Мөхйәнова К.С., Таһирова Г.С., Йомағужина Т.М., Хәйруллин А.Г., Сатлыҡова К.Ш., Ғәзизова  Ө.К., Аҡҡолова Ф.Г., Синәғәтуллина Р.Ш., Ҡотлоғәлләмова М.М., Фәтҡуллина Т.А., Ҡарамышева Н.З., Ғарифуллина Л.Ғ., Мырҙабаева Ф.Ш, Ҡадиров Р.Г., Ҡадирова Ф.А., Шәрипова Н.И., Баймөхәмәтова Г.Ә., Вәлиев Г.В., Әмирова Р.Р., Ғәлиуллина Г.М., Мәҡсүтова Ф.Т., Аҙнабаева М.А., Әхмәҙиева Г.Ф., Кәримова А.Р., Сабитова Г.К., Семенова Л.А., Мөхйәнова Р.Г. – һәр береһе тураһында бары тик маҡтау һүҙҙәре гена әйтеп була. Ҡотлоева Орҡоя Абдрахман ҡыҙының дәрестәрен уҡыусылыры һаман да йылы тойғолар менән иҫләй:

“Бик көслө, талапсан ине.

Рус теленә булған һөйөү,

уны яҡшы белеүебеҙ өсөн

Орҡоя апаға рәхмәтлебеҙ”, ти улар.

Институт тамамлап ҡына килгән Ләлә Яппарова (Ғарифуллина) Маҡар мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ҡырҡ йылға яҡын эшләү дәүерендә балалар араһында теүәл фәнгә бәйле һөнәр һайлаусылыр бихисап. Биология, химия уҡытыусыһы Ҡотлоғәлләмова Мәрйәм Мөхтәр ҡыҙы “СССР-ҙың ауыл хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ була. Ул эшләгән осорҙа мәктәп урмансылығы Башҡортостанда алдынғылар рәтенә сыға. Мәрйәм Мөхтәр ҡыҙының уҡыусылары республика данын яҡлап Рәсәй кимәлендә еңеүсе булалар. 1972 йылдан алып 40 йыл ғүмерен урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бағышлаған Нәсимә Исламитдин ҡыҙы Шәрипованың күп йыллыҡ хеҙмәте төрлө кимәлдәге Рәхмәт хаттары, “Башҡортостандың мәғәриф алдынғыһы” билдәһе, Рәсәй Мәғәриф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.

Тәнзилә Абдрахман ҡыҙы Фәтҡуллинаны институттан һуң Маҡар урта мәктәбенә физика уҡытыусыһы итеп йүнәлтәләр. 1976 йылдың авгусынан 2016 йылдың июленә тиклем – теүәл ҡырҡ йыл ул физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй, бер нисә быуын уҡыусыларға белем генә биреп ҡалмай, ә меңәрләгән ҡараштарға әсәләрсә бағып, күңелдәренә үтеп инеп, яратҡан уҡытыусыһына, яҡын кешеһенә, кәңәшсеһенә әйләнә. Оло хеҙмәте республика, район кимәлендә маҡтау ҡағыҙҙары, РФ Мәғариф һәм Фән министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланды, ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Мәктәп тарихын уның уҡытыусылары менән бергә уҡыусылары ла яҙа:

Булһаң да һин ябай бер йорт,

Лайыҡлыһың данлауҙарға.

Алыштырмаҫ инем һине

Затлы, бейек һарайҙарға.

Киң донъяға талпынғанда,

Ағас тупһаң булды терәк.

Ошо тупһа миңә мәрмәр 

Баҫҡыстарҙан ҡәҙерлерәк, - тип яҙҙы 1957 йыл сығарылыш уҡыусыһы, билдәле шағирә Әнисә Таһирова.

150 йыллыҡ тарихы булған белем усағы республика, ил кимәлендә танылған бик күп талантлы шәхестәр тәрбиәләп сығарҙы: профессорҙар, фән докторҙары Ж.Кейекбаев, К.Вәлиев, В.Тимербулатов, З.Ғибаҙуллин, Ф.Мырҙаҡаев, Ф.Мөхәмәтшин, Г.Абдуллина, яҙыусы-шағирҙар Ш.Насыров, Н.Мусин, Ә.Таһирова, Н.Зарипов, Ә.Вилданов, В.Әхмәҙиев, Р.Ниғмәтуллин, Р.Шәмсетдинова, Э.Сәсәнбаева, Ғ.Кәлимуллина, Р.Фәтҡуллина, Ф.Алтынбаева илебеҙҙең юғары наградаларына, халыҡтың ихтирамына лайыҡ булдылар. Дәүләт эшмәкәрҙәре Ә.Вәлиди, Г.Ҡарамышев, Ә.Ҡарамышев, И.Мөхәмәтов, Т.Сәғитов, Ф.Мөхәмәтшин, И.Мөхйәнов, 30-ҙан артыҡ фән кандидаты, төрлө өлкәлә утыҙлаған Башҡортостан, Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булыусылар, Ә.Әхмәтйәнова, В.Большаков Ф.Зөлҡәрнәев, З.Ҡарамышев, Л.Ҡарамышев, Ф.Кәримова, Ғ.Кәлимуллина кеүек БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары, Ғ.Ҡарамышев, Ф.Әхмәтйәнов, Р.Мәһәҙиев кеүек Башҡортостандың халыҡ артистары - һәр береһен исемләп кенә яҙғанда ла бер нисә бит алырлыҡ илебеҙгә данлыҡлы, билдәле кешеләр сығарған мәктәп бит ул.

“Исемлекте дауам итһәк

Шомландырып ҡуя хаттаКүпме һәләт!” - тип яҙҙы мәктәптәшебеҙ Сәсәниә (Э.Сәсәнбаева).

Уҡытыусы, дирижер, композитор РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почетлы гражданины, Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн “Ал да нур сәс халҡыңа”, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының «Мәҙәниәт илсеһе» миҙалдарына лайыҡ булған Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы яҡташ шағирҙарының тиҫтәләгән шиғырҙарына көйҙәр яҙҙы. Улар радио, телевидениенан йыш яңғырай, олоһо ла, кесеһе лә яратып йырлаған йырҙар.

Белем усағы электән килгән йолаларға тоғро ҡалып, бөгөн дә һәр яҡлап алдынғы булырға ынтыла. Уҡытыусыларыбыҙ һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшәләр.

1999 йылда Маҡар урта мәктәбе Рәсәйҙең “Иң яҡшы ауыл мәктәбе” дипломына лайыҡ булһа, 2007 йылда инновацион мәктәп булараҡ еңеүсе тип табылды һәм Рәсәй Президенты гранты - бер миллион һум аҡса менән бүләкләнде. Ауыл мәктәбендә белем биреү кимәлен күтәреү мәсьәләһе - бөгөнгө көндә бик актуаль проблема. Айырыуса теүәл фәндәр, йәмғиәттең киләсәген хәл итә торған IT һәм цифрлы технологиялар өлкәһендә уҡыу сифаты яҡшы булырға тейеш. Маҡар ауылы мәктәбе педагогтары ошо тәңгәлдә даими рәүештә йүнәлешле эшләй. Беҙҙең бик күп күренекле шәхестәребеҙ, юғары ғилем эйәләре, таланттарыбыҙ нәҡ ауыл еренән сыҡҡан кешеләр. Шуға күрә ауыл мәктәбендә белем алған уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, заман талаптарына яуап биргән белемгә эйә булһындар һәм тормошта үҙ урындарын таба алһындар өсөн 2020 йылда педагогтарыбыҙ «Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар» федераль грантына белем биреү ойошмаларының цифрлы оҫталыҡ тәжрибәһен үҫтереү һәм таратыу буйынса проект тәҡдим итеп, Рәсәйҙең 125 мәктәбе иҫәбендә Башҡортостандан берҙән-бер еңеүсе тип танылды һәм алты миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Ауыл мәктәбендә белем алған балаларҙың цифрлы белемен күтәреү, мәғлүмәт һәм цифрлы технологиялар менән ҡулланыу оҫталығын арттырыу, заман талаптарынан артта ҡалмаған йәш быуын үҫтереү һәм ауылдың киләсәген хәстәрләү - проекттың төп маҡсаты. Грант суммаһы мәктәптең матди-техник базаһын яҡшыртыуға, цифрлы технология, математика, информатика кеүек теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныуы һәм һәләте булған балаларҙың белемен камиллаштырырға яңы мөмкинлектәр асҡан саралар үткәреү, ауыл уҡытыусыларының компетенцияларын арттырыу кеүек эштәргә йүнәлтелде, заманса ҡорамалдар ҡайтарылды: интерактив такталар, 3Д-принтер, мобиль класс өсөн ноутбуктар, физика һәм химия кабинеттарына ике һанлы лаборатория, уҡыу кабинеттарына косметик ремонт яһалды. 1998 йылдан мәктәп базаһында М.Г. Солтанова етәкселегендә Ишембай сәнғәт мәктәбе уңышлы эшләй, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, балаларға эстетик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индерәләр. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары менән берлектә эшләү балаларҙың һәләтен асыу һәм үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Балаларҙың “Селтербей” өлгөлө вокаль ансамбленең еңеүҙәре тураһында район, республика, Рәсәй кимәлендә яулаған диплом, маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Музыка мәктәбе уҡытыусылары А.Н. Иргалина, Р.Б. Ильясов, Б.Т. Мәҡсүтов, Ө.Ғ Ҡотлобаев, С.Х. Нәбиуллиндың тәрбиәләнеүселәре музыка ҡоралдарында уйнау, вокал серҙәренә өйрәнәләр. Балалар хоры Мәләүез, Ишембай, Өфө сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһайҙар. Уҡытыусылар коллективынан торған “Аҡ юл” хоры “Көҙгө һулыш” республика хор коллективтары бәйгеһендә Гран-при яуланы, уның репертуарында тиҫтәләгән йыр, байрам сараларының биҙәге лә улар.

Урта мәктәп менән бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәпкәсә төркөмөбөҙ уңышлы эшләп килә, бәләкәстәребеҙ уңайлы, матур шарттарҙа үҫәләр. Тәрбиәселәр А.Г. Ғилманова, Г.М. Абдуллина, Г.Ф. Баймөхәмәтова балаларҙың төрлө яҡлап үҫеше өсөн бөтә көсөн, белемен бирәләр, тәрбиәләнеүселәр район, республика кимәлендәге интеллектуаль, ижади, спорт ярыштарында матур-матур еңеүҙәре менән ата-әсәләрен, тәрбиәселәрен һөйөндөрәләр.

Һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар математика, физика, химия, информатика фәндәренә бәйле техник һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биреп БДУ-ның тәбиғи һәм теүәл фәндәр факультеттарында, ӨДАТУ, ӨДНТУ-ла уңышлы уҡыйҙар. Уҡыусыларыбыҙ фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусылар Вәлиев Ғ.В, Әхмәрова Е.И.Атауллин Р.С., Мөхәмәҙиев И.Р. Мөхйәнова Р.Г, Сабитова Г.К., Аҙнабаева М.А., Әхмәҙиева Г.Ф, Ғәлиуллина Г.М., Мәҡсүтова Ф.Т., Кәримова А.Р. етәкселегендә әҙерләнгән “Моя малая Родина”, “Фәнгә старт”, “Киләсәккә старт”тың финал этабында, Бөтә Рәсәй Д.Менделеев исемендәге конференцияла, “Физик культура һәм спорттың көнүҙәк мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй конференцияһында, “Һаумы-һаумы, әкиәт”, Р.Ғарипов, Ш.Бабич шиғырын яттан һөйләүселәр һәм башҡа республика конкурстарында еңеүселәребеҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Мини-футбол, мини-лапта, кэт-баскет буйынса район данын намыҫлы яҡлаусы ҡыҙҙар командаһы
- мәктәптең ғорурлығы.

Спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғы булған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар өсөн 2005 йылда 1938-1941 йылдарҙа Маҡар районының хәрби комиссары, яугир-уҡытыусы Фәтҡулислам Нуриман улы Мөхәмәтов исемендәге премия улдары тарафынан булдырылды һәм ул йыл һайын Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында лайыҡлы уҡыусыларға тапшырыла. Бөгөн мәктәп гөрләп эшләй, йәшәй, киләсәктә яулайһы үрҙәребеҙ күп әле.

 


Гөлнара ХИСМӘТУЛЛИНА,

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм мәғарифтың почетлы хеҙмәткәре.

Мәктәбем - изге йортом
Мәктәбем - изге йортом
Мәктәбем - изге йортом
Автор:
Читайте нас: