Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Июнь 2022, 15:00

ЕҢЕҮСЕЛӘР СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ

Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙғарылған “Танылыу” тантанаһында Бөтә Рәсәй, республика һәм муниципаль олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеү яулаған, призер булған уҡыусылар һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар тәбрикләнде.

ЕҢЕҮСЕЛӘР СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ
ЕҢЕҮСЕЛӘР СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ

Мәктәп – һәр кемдең тормошонда ҙур урын алып тора. Мәктәп тарихын уның уҡыусылары, уҡытыусылары яҙа. Районда йыл һайын уҡыу йылы
аҙағында алдынғы уҡыусыларҙы бүләкләү матур йолаға әүерелде, был юлы ла 2021-2022 уҡыу йылына йомғаҡ яһалды.

- Бөгөн барыбыҙ өсөн дә бик шатлыҡлы көн. Мәктәп йылдарында туплаған белемегеҙҙе артабан да файҙалы итеп ҡулланығыҙ. Киләсәктә республикабыҙ кимәлендә генә түгел, Рәсәйҙә лә билдәле белгестәр булып китерһегеҙ, тип ышанам. Ата-әсәләргә ҙур рәхмәтемде еткерәм, сөнки тап улар балаһына илһам биреп, уҡыуға маҡсат ҡуя, – тине үҙ сығышында муниципаль райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Илшат Исмәғилев.

Артабан сараның иң матур өлөшө – еңеүселәргә, уларҙың педагогтарына Рәхмәт хаттарын тапшырыу тантанаһы башланды. Улар араһында ҡаланың төрлө мәктәптәренән уҡыусылар, уҡытыусылар бар ине. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабында 4-11 кластар араһында 3988 уҡыусы ҡатнашһа, муниципаль этапта - 985, төбәк этабында 74 уҡыусы булған, йомғаҡлау этабына Ишембай ҡалаһының 1-се гимназияһынан бер уҡыусы ингән. Олимпиадаларҙа 1-се гимназия, 12-се лицей, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интенаты, 2-се һәм 11-се мәктәптәр әүҙем ҡатнашҡан. Олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашыу уҡыусыларҙың фәнгә, белем алыуға ҡыҙыҡһыныуын уята һәм уларҙың донъяға ҡарашын киңәйтә. Юғары класс уҡыусыларына һөнәри яҡтан үҙен билдәләүгә лә ярҙам итә.

Уҡыусыларға киләсәктә ҙур уңыштар, ынтылыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!

 

Ольга Валитова фотоһы

ЕҢЕҮСЕЛӘР СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ
ЕҢЕҮСЕЛӘР СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ
ЕҢЕҮСЕЛӘР СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ
ЕҢЕҮСЕЛӘР СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас: