

Шуны иҫәпкә алып, класс етәкселәре И. Г. Баймөхәмәтов һәм Н. М. Давыдова уҡыусыларҙы спорт комплексына алып барып, файҙалы ял ойоштороп ҡайттылар.
Ҙур ҡаланыҡыларҙан бер ҙә ҡалышмай икән был боҙ һарайы! Коньки прокаты эшләй, хаҡтары ла юғары түгел. Ҡыҙҙар, егеттәр аҙ ғына ваҡыт эсендә оҫта итеп шыуырға ла өйрәнеп алдылар.
"Йөҙҙәр ал булды, яҡшы ял булды!" - ти балалар.