Мәғариф
26 Сентября 2021, 16:45

Ауыл хәбәрҙәре

Ишәй ауылы мәктәбендә лә матур йола буйынса көҙгө йәрминкә үтте.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Дәрестәрҙән һуң мәктәп территорияһындағы спорт майҙансығында өстәлдәр теҙеп ултыртып, уҡыусылар килтергән тәмлекәстәрен теҙеп ултыртҡас, йәрминкә асылды тип иғлан ителде. Ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар, уҡытыусылар йәрминкәлә тәҡдим ителгән тауарҙарҙы яратып алдылар. Уҡыусылар үҙҙәрен һатыусы ролендә һанап ҡараны.

Был байрамды үткәреү өсөн әсәйҙәр бик күп көс һалған! Улар бешергән ҡоймаҡ, пицца, торттарҙың төрлөлөгө... ә уларҙың тәмлелеге... иҫ киткес!

Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт!

 

Фото: https://vk.com/isheevo_school

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Ишәй ауылы мәктәбе.
Читайте нас