25 майҙа рус шашкалары буйынса Рәсәй кубогында «Тиҙ уйын» дисциплинаһында яҡташыбыҙ Злата Парахина спорт мастеры нормативын үтәне. 8-се класта ғына уҡыһа ла ҡыҙ төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшкән. Ул күп тапҡыр республикабыҙ һәм илебеҙ данын Бөтә Рәсәй һәм халыҡара ярыштарҙа яҡлағаны бар. Шашка секцияһына Златаны әсәһе алып килә. Бында уның апаһы Агата ла шөғөлләнә. Шул мәлдән алып ҡыҙ был спорт төрөнән айырылғаны юҡ. Уға ҡатмарлы уйында еңел булмаған ҡарарҙар ҡабул итеү оҡшай. Үҙ һәләтен үҫтереү өсөн Злата аҙнаһына бер нисә көн тренировкаға йөрөй, башҡа ҡалаларҙа йәшәүсе спортсылар менән онлайн рәүештә лә шашка уйнай. Мәктәптә иһә ул математика менән рус телен яратып өйрәнә.
- Шашка ярҙамында мин Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм сит илдә булдым, - ти Злата Парахина. - Был спорт ҡына түгел, сәйәхәт итер, илде төрлө яҡлап асыу өсөн мөмкинселек тә. Ҡаҙағстанға барып ҡайтыу бигерәк тә күңелемә оҡшаны - матур мәҙәниәтле һәм үҙенсәлекле аш-һыулы яҡ. Ә ни тиклем унда матур! Ярославль ҡалаһында уҙған Рәсәй беренселеге минең өсөн иң ҡыйыны булды. Унда миңә көслө көрәштәштәр эләкте. Унда етенсе урын алдым.
Ә башҡа ҡалала үткән Рәсәй беренселегендә һәм Европа чемпионатында яҡташыбыҙ еңеүселәр исемлегенә инеүгә өлгәшә. Тырышлыҡ һәм күп йылдар был спорт төрө менән шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирә.
- Злата миндә дүрт йыл шөғөлләнә, - тип билдәләне остазы Янис Сафин. - Ул маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ. Бер ваҡытта ла яуланған үрҙә генә туҡталып ҡалмай, һәр саҡ эҙләнеүҙәр юлында. Талантлы спортсы!
Фото Злата Парахина архивынан.