Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март , 12:18

Каратистар Ишембай данын яҡланы

Өфөлә үткән ҙур Хәрби сәнғәт форумында спортсыларыбыҙ лайыҡлы сығыш яһаны.

Каратистар Ишембай данын яҡланы
Каратистар Ишембай данын яҡланы

Күптән түгел Өфөлә төбәк-ара хәрби сәнғәт форумы үтте. Уның сиктәрендә бөтә стилдәге каратэ буйынса ярыштар ойошторолдо.

Сараға Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан ике меңдән ашыу спортсы килде. Ишембай данын Ден то фудокан карате-до федерация етәксеһе Марат Әйүповтың һәм уның уҡыусыһы, ә бөгөнгө көндә тренер Эдуард Войновтың тәрбиәләнеүселәре яҡланы.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса көмөш миҙалға Ишембайҙан Федор Черняев (кумитэ) һәм Тимерлан Сәхәүетдинов (ката) лайыҡ булды. Шулай уҡ Тимерлан Сәхәүетдинов һәм Арыҫлан Сәхәүетдинов нихон-кумитэла төрлө йәш һәм ауырлыҡ категорияларында бронза миҙал яуланы. Бынан тыш, Арсений Александров (ката) менән Руслан Мөслихов (кумитэ) өсөнсө урын алды.

Өлкәндәр араһында Марат Әйүповтың уҡыусыһы Алексей Стручалин (ката) беренсе урынға лайыҡ булды. Бөгөнгө көндә ул тренер һәм Өфөлә балаларҙы спорт серҙәренә өйрәтә.

 

Фотолар Марат Әйүповтың шәхси архивынан

Каратистар Ишембай данын яҡланы
Каратистар Ишембай данын яҡланы
Каратистар Ишембай данын яҡланы
Каратистар Ишембай данын яҡланы
Каратистар Ишембай данын яҡланы
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: