Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Май , 16:00

«Еңеү Кубогы өсөн» алыш

Физкультураны һәм спортты популярлаштырыу өсөн дөйөм белем биреү учреждениелары идеаль арена булып тора. Ләкин меңләгән уҡыусыны, ҡалабыҙҙа ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнергә була, тигән һорау борсой.

«Еңеү Кубогы өсөн» алыш
«Еңеү Кубогы өсөн» алыш

Был мәсьәләне хәл итеүҙә физкультура уҡытыусылары һәм спорт мәктәптәре тренерҙарҙы ярҙамға килә – улар күмәк кеше ҡатнашлығында төрлө саралар ойоштора, балаларҙың мөмкинлегенән, сәләмәтлегенән һәм теләгенән сығып йүнәлеш бирә.

Балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә иң уңайлы алым – спорт төрҙәре буйынса күмәк кеше ҡатнашлығында саралар ойоштороу. Мәҫәлән, ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусыларын берләштергән бындай спорт төрөнә шашка ҡарай. Ҡалабыҙҙа 2-се, 3-сө, 11-се, 16-сы, 18-се мәктәптәр һәм 2-се башҡорт гимназия-интернаты, 12-се лицей, 1-се гимназия тәрбиәләнеүселәре араһынды был интеллектуаль спорт төрө бик популяр булып иҫәпләнә.

Тап ошо белем биреү учреждениеларының йыйылма командалары рус шашкалары буйынса «Еңеү Кубогы» турнирында ҡатнашып килә. Быйыл турнир Бөйөк Еңеүҙең 79-йыллығына бағышланды. 70-тән ашыу уҡыусы һәм 20-нән ашыу команда күсмә Кубок өсөн алышты. Был легендар һәм әһәмиәтле «Еңеү Кубогы» 10 йылдан ашыу элек күп тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер, шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Тамара Танһыҡужина тарафынан нигеҙләнә.

Шулай итеп, сарала тәүге ике урынға 2-се мәктәп командалары лайыҡ булды. Һуңғы йылдарҙа был мәктәптең уҡыусылары белем биреү учреждениеһының республикалағы элекке данын ҡайтарҙы. Тап 2-се мәктәп уҡыусылары 1980-1990 йылдарҙа «Мөғжизәле шашкалар» республика һәм Рәсәй ярыштарында еңеүҙәр яуланы.

Яңыраҡ улар БР уҡыусыларының шашкалар буйынса спартакиадаһында еңде һәм бөтә Рәсәй «Мөғжизәле шашкалар» ярыштарында республика финалына сыҡты.

Ике йыл рәттән «Еңеү Кубогы»на Айҙар Абдуллин, Роман Кәлимуллин, Арсений Усачев кеүек спорт мастерына кандидаттарҙан торған команда эйә. Икенсе урында – Ринат Кирәев, Злата Парахина, Софья Силяева һәм Глеб Порошин. Улар барыһы ла – спорт мастерына кандидаттар, бөтә Рәсәй ярыштарында көс һынашырға әҙерҙәр. Йәш спортсылар ошо составта Мәскәү өлкәһендә үтәсәк бөтә Рәсәй «Мөғжизәле шашкалар» финалында ҡатнашасаҡ.

«Еңеү Кубогы»ның бронза миҙалына спорт мастерына кандидаттар Камилла Дауытова, Айрат Дүсәлимов һәм Егор Брайцев лайыҡ булды – улар 1-се гимназия уҡыусылары.
Еңеүселәр унлығына 2-се башҡорт гиназия-интернаты, 12-се лицей, 11-се, 16-сы, 18-се мәктәптәр, Стәрлетамаҡтан 35-се мәктәп командалары керҙе.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Тамара Танһыҡҡужина ярҙамында унынсы урын алған командаларға тиклем аҡсалата призлы булдылар.

Махсус хәрби операция барған осорҙа, бөтә ил фашизмға ҡаршы торғанда Бөйөк Еңеүгә бағышланған сараларҙың әһәмиәте ҙур, улар киләсәк быуынды тәрбиәләй.

«Еңеү Кубогы өсөн» алыш
«Еңеү Кубогы өсөн» алыш
Автор:Йәлил САҠАЕВ, ярыштарҙың баш судьяһы.
Читайте нас: