"Визгалов мәктәбе"нә нигеҙ һалыусы һәм баш тренер, БР-ҙың Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса самбо федерацияһы төбәк етәксеһе Александр Визгалов:
- Бөгөн ирекле көрәш һәм самбо буйынса 20-се юбилей турнирын үткәрәбеҙ. Ярышҡа республика ҡалаларынан һәм Ырымбурҙан, Ҡаҙахстандан 200-гә яҡын спортсы килде. Самбо күнекмәләре ҡаты характер, сыҙамлыҡ тәрбиәләй, үҙ-үҙеңде тота белеүгә һәм тормош маҡсаттарына ирешеү өсөн кәрәкле сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Ярыш тураһында тулы мәғлүмәт гәзиттең алдағы һандарында урын аласаҡ
Автор фотолары һәм видеоһы.