Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март , 12:00

“Салауат Юлаев” Ишембайға килә

Был йәкшәмбе, 17 март, "Салауат Юлаев" хоккей командаһы "Матур Тур" программаһы сиктәрендә Ишембайға киләсәк.

“Салауат Юлаев” Ишембайға килә
“Салауат Юлаев” Ишембайға килә

Өфө командаһы уйынсылары 13.00 сәғәттә “Ишембай-Арена” спорт һарайында ишембайҙар менән осрашып, йәш спортсылар өсөн оҫталыҡ дәресен күрһәтәсәк. Шулай уҡ автограф алыу мөмкинлеге лә буласаҡ.

Осрашыуға тиклем иһә хоккейсылар яҡташыбыҙ Родион Әмировтың ҡәберенә бармаҡсы. Йәш хоккейсы 2023 йылдың авгусында ҡаты ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китеп барҙы.

 


6+

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: