Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль , 14:14

Ярыш ҡыҙыу барҙы

Бөгөн «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостандың көньяғы ветерандарының волейбол буйынса турниры үтте.

Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы

Турнир Ғаилә йылына һәм Александр Каюшкин, Виктор Елепин, Борис Сможенюк, Изаил Нәбиуллин, Дмитрий Коновалов, Владимир Акшенцев һәм Александр Соколов волейболсылар иҫтәлегенә бағышланды.

- Башҡортостандың көньяғы ветерандарының волейбол буйынса турнирының барлыҡҡа килеү тарихы 1994 йылға ҡайтып ҡала. Ул саҡта Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы Виктор Елепин мине Спорт һарайына директор итеп тәғәйенләне, - тип иҫкә ала Рәсәй спорт ветераны, бокс буйынса спорт мастеры, йәйге һәм ҡышҡы күпбәйге буйынса спорт мастерына кандидат Александр Кравченко. – Ошо уҡ йылда волейбол буйынса сәләмәтлек төркөмөн ойошторҙоҡ. Уйындарҙың береһендә Башҡортостан көньяғы ветерандарының волейбол буйынса турнирын үткәрергә булдыҡ. Виктор Васильевич миңә ошо сара буйынса положение эшләргә ҡушты, үҙе көньяҡ район хакимиәттәре башлыҡтарына шылтыратып сыҡты. Шулай итеп был турнирға Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Мәләүез ҡушылды.

 

Автор фотолары.

Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Ярыш ҡыҙыу барҙы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: