"Күңелле старттар" програмаһы ҡыҙыҡлы ярыштарҙан торҙо. Ғаиләләр йүгереүҙә, етеҙлектә көс һынашты. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә сәмләнеп ярышты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Дәүләтовтар - өсөнсө, Ҡолмәнбәтовтар икенсе урын алды. Ҡоҙашевтар ғаиләһе еңеүсе булды. Уларҙың һәр береһе дипломдар һәм татлы бүләктәр менән бүләкләнде. Ә иң мөһиме - һәр кем яҡшы кәйефтә булды!