Спорт
12 Августа 2023, 08:00

Ул спорт үҫеше өсөн яуаплы

Ишембай районы бөтә Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә арҙаҡлы булған спортсылар әҙерләүе менән данлыҡлы – шуға ла бында физкультурниктар көнөн ҙур ҡыуаныс менән ҡаршылайҙар.

Ул спорт үҫеше өсөн яуаплыУл спорт үҫеше өсөн яуаплы
Ул спорт үҫеше өсөн яуаплы

Киләһе ҡунағыбыҙ – Ишембай нефть колледжының уҡытыусыһы, физкультура тәрбиәһе етәксеһе Рөстәм Саварханов. Яҡташыбыҙ 2016 йылда «Йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы - 2016 йыл» республика конкурсының төбәк этабында беренсе урын яулаған. 2022 йылда «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» тигән почетлы билдә менән наградланған. Бөгөнгө көндә Рөстәм Рәйес

улы студенттар араһында көслө командалар әҙерләй, уларҙың  физик тәрбиәһе менән мәшғүл.

- Атайым Рәйес Ғафар улы ғүмер буйы Яңы Әптек ауылында физкультура уҡытыусыһы булып эшләне, әсәйем Әнисә Вәлиулла ҡыҙы – тарих уҡытыусыһы. Әле хаҡлы ялдалар. Атайым тәүҙә – Өфө физик культура техникумын, һуңынан П.Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған. Уның «Уҡытыусыметодист», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәре бар. Уның был өлкәлә хеҙмәт стажы – 44 йыл, - тип һүҙ башланы Рөстәм үҙ ғаиләһе тураһында. – Атайым һәр саҡ беҙҙең менән – Рәил ағайым, Юлиә апайым һәм минең менән шөғөлләнде. Яңы Әптектә физкультура предметы көслө уҡытылды, һәр ярышта балалар күмәк ҡатнашты. Ул йүгереү, ул саңғыла йөрөү – һәр спорт төрө буйынса ярыштыҡ. Шуға ла сынығып үҫтек.

Бөгөнгө көндә Рөстәм Саварханов атаһы юлын дауам итеп, үҙ эшен лайыҡлы, намыҫлы башҡара.

- Буласаҡ нефтселәр өсөн спорт тормоштарының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул һөнәри әҙерлек өсөн дә мотлаҡ, - ти Рөстәм Рәйес улы. – Беҙҙең колледжда волейбол, баскетбол, футбол, шахмат, гиря, көрәш, еңел атлетика һәм өҫтәл теннисы буйынса секциялар эшләй. Һуңғы ике йылда Ишембай нефть колледжы һөнәри белем биреү ойошмалары араһында үткән «Рәсәй йәшлеге» конкурсында ҡатнашып, икенсе урынды яулай. Был ҡалабыҙ өсөн ҙур ҡаҙаныш.

Рөстәм – йәш ғаилә башлығы, ҡатыны Әлиә менән матур итеп донъя көтәләр, Рафаэль һәм Руслан исемле буласаҡ спортсылар үҫеп килә.


Фото Рөстәм САВАРХАНОВТЫҢ шәхси архивынан.

Ул спорт үҫеше өсөн яуаплы
Ул спорт үҫеше өсөн яуаплы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас