Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Апрель 2023, 21:37

Ишембайҙар ГТО тапшырҙы

Бөгөн Ишембайҙың ГТО-ға тест үткәреү үҙәгендә («Нефтсе» стадионы) хеҙмәткәрҙәр араһында ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте фестивале үтте.

Ишембайҙар ГТО тапшырҙы
Ишембайҙар ГТО тапшырҙы

Сарала ҡала мәктәптәре уҡытыусылары, Ишембай ҡалаһының күп функциялы үҙәге филиалы, муниципаль район хакимиәте, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 25-се район-ара инспекцияһы, “Витязь” машиналар эшләү компанияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

- Бөгөн ГТО нормативын тапшырырға теләүселәр бик күп, яҡынса 70 кеше. Хәҙер туғыҙ төрҙө түгел, ә алты төрҙө тапшырабыҙ. Һөҙөмтәләр 30 июндән һуң билдәле буласаҡ, - ти 4-се Ишембай спорт мәктәбенең инструкторы Дилә Иманғолова.

Спорт яратыусылар үҙҙәренең мөмкинлектәрен тикшерҙе. Сара йомғаҡтары буйынса спорт имтиханында ҡатнашҡандар бронза, көмөш һәм алтын ГТО билдәләре аласаҡ.

 

Автор фотолары

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: