Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Апрель 2023, 14:00

Ишембайға көрәшселәр йыйылды

Бөгөн, 6 апрель, ҡалабыҙҙың спорт һарайында милли көрәш буйынса “Юрматы батыры” ярышы үтә.

Ишембайға көрәшселәр йыйылды
Ишембайға көрәшселәр йыйылды

Үҙ көсөн һынап ҡарарға Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Федоровка райондарынан, Салауат ҡалаһынан 84 батыр йыйылды. Ишембай данын яҡынса 40 спортсы яҡлай. Уларҙың күпселеге – Ишембай нефть колледжы студенттары.

Баш судья Марат Зарипов һүҙҙәренсә, электән үткәрелеп килгән “Юрматы батыры” ярышы бер нисә йылдан һуң ҡабаттан тергеҙелә һәм киләһе йылдарҙа ла даими рәүештә ойошторолоп торасаҡ. Ярышты асыу тантанаһында ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа быға ныҡлы ышаныс белдерҙе.

 

Ярыш тураһында тулы мәҡәләне һәм еңеүселәр исемлеген гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Ишембайға көрәшселәр йыйылды
Ишембайға көрәшселәр йыйылды
Ишембайға көрәшселәр йыйылды
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: