Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Август 2022, 16:00

Марафонда – беҙҙекеләр

Силәбелә Бөтә Рәсәй еңел атлетика марафоны уҙҙы. Быйыл ул 2100 ҡатнашыусыны йыйҙы, профессиональ спортсылар ҙа, йүгерергә яратыусылар ҙа стартҡа сыҡты.

Марафонда – беҙҙекеләр
Марафонда – беҙҙекеләр

Теләүселәрҙең барыһы ла дүрт дистанцияла йүгереп үтте, финишта - фирменный миҙалдар, ә еңеүселәр һәм призерҙар аҡсалата приздар алды.

Марафонда яҡташыбыҙ - Абдуллин Тимур ҡатнашты. Үҙенең 50-59 йәш категорияһында ул 42 километр 195 метрлыҡ арауыҡта 4-се урын яуланы.

Тимурҙы ҡотлайбыҙ һәм уға яңы үрҙәргә өлгәшеүен теләйбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/public215385375

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: