Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Август 2022, 14:00

Мөслимовтар нәҫеле Спартакиадаға йыйылды

Ошо көндәрҙә ҡасандыр Юлдаш ауылында йәшәгән Ғәфифә һәм Зәйнулла Мөслимовтарҙың 3,4,5,6-сы быуын балалары күңелле осрашыуға - Спартакиадаға йыйылды. Байрамға илебеҙҙең төрлө тарафтарынан - Өфө, Сорғот, Ноябрьск, Ҡазан, Нефтекама, Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалаларында, Ишембай, Ғафури, Мәләүез райондарында ғүмер итеүсе туғандар ҡайтты. Сара Юлдаш ауылында “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар”ға арнап ҡуйылған стелаға сәскә һалыуҙан башланды.

Мөслимовтар нәҫеле Спартакиадаға йыйылды
Мөслимовтар нәҫеле Спартакиадаға йыйылды

- Мин Зәйнулла олатай һәм Ғәфифә өләсәйҙең 4-се быуын вәкиле булам, - ти Өфө ҡалаһынан килгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, әлеге көндә лә йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүсе Сәриә Фазулла ҡыҙы Ишкинина. - Осрашыуға улым Азамат, ул - юрист, ҡыҙым Айгөл - тариф уҡытыусыһы һәм Өфө информатика колледжы студенты, ейәнем Арыҫлан менән килдем. Олатай менән өләсәйҙең 4 балаһы булған. Уларҙың иң олоһо - минең олатайым Исмәғил, унан ҡала Әлимә ҡыҙҙары һәм Зиннәтулла менән Ғизулла исемле улдары була. Улар барыһы ла татыу ғаилә ҡороп, аҡыллы, эшсән балалар үҫтерә. Илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнашып, еңеүгә үҙ көстәрен индергән кешеләр. Юлдаш ауылында “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға” ҡуйылған стелала “Муслимов Исмагил Зайнуллович” тигән яҙыуҙы күреү, ҡасандыр олатайым тарафынан ҡаҙылған “Исмәғил ҡойоһо” тигәндәрҙе ишетеү, миндә, әлбиттә, тулҡынланыу ҙа, ғорурлыҡ тойғоһо ла уятты. Һуғышҡа тиклем Исмәғил олатай колхоз рәйесе булып эшләгән. Үкенескә ҡаршы, олатайыбыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғала, Ғизулла бабай лейтенант дәрәжәһенә етә, Курск дуғаһында күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ миҙалы” менән бүләкләнә. Ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Зиннәтулла бабай - сәйәси золом ҡорбаны.

Осрашыуға Исмәғил олатайҙың ҡыҙы, Ергән ҡасабаһында йәшәүсе 84 йәшлек Әнисә апай Мөхөмәҙиева ла килгәйне. Ул Мөслимовтар быуынының иң оло вәкиле. Туғандары инәйҙе ҙурлап, хәйер-саҙаҡаға, бүләккә күмде. Әнисә апай күңеле тулып, хатта илап та алды. Был күҙ йәштәре атаәсәһен, туғандарын иҫкә алыу, һағыныу, шатланыу, рәхмәт хистәре ине. Шулай уҡ, сарала Мөслимовтар нәҫеленең 82 йәшлек еңгәләре Нәҡиә Дауытова ла булды. Уны күреү барыһы өсөн дә ҡыуаныслы булды. Нәҡиә инәй дин юлында. Ул уйын барышына доғалар ҡылып, туғанырыуы килтергән бүләктәргә рәхмәттәр әйтеп, уйында ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, еңеүгә хуплап ултырҙы. 

Мөслимовтар быуынында төрлө һөнәр эйәләре бар. Әммә күпселекте уҡытыусылар һәм табиптар тәшкил итә. Бөгөнгө көндә бөтә фәндәр буйынса уҡытырлыҡ белгестәр бар. Шулай уҡ юрист, тәрбиәсе, һатыусы, төҙөүсе, хисапсы, ашнаҡсы һәм башҡа төрлө кешеләргә файҙа килтерерлек һөнәрҙәрҙе үҙ иткәндәр.

Осрашыуҙы ойоштороусы Азамат Ишкинин программаны ҡатнашыусыларҙың мөмкинселеген иҫәпкә алып бик уңайлы итеп төҙөгән. Ир-егеттәр футбол, ҡатын-ҡыҙҙар волейбол уйнаны, барыһы ла эстафетала йүгерҙе. Балалар өсөн һабантуй ҙа ойошторолдо. Ауылда “Балалар һабантуйы” булаһын ишетеп, олатай-өләсәйҙәренә каникулға ҡайтҡан балалар ҙа килгәйне. Улар тоҡ кейеп йүгереүҙә, оҙонлоҡҡа һикереүҙә, эстафетала, пантомима, һөнәр күрһәтеүҙә ҡатнашып, һәр кемдең күңелен күтәрҙе. Шулай уҡ ил тураһындағы викторина һорауҙарына һәр кем тырышып яуап бирҙе. Әлимә инәйҙең 4-се быуын вәкиле, оҫта ашнаҡсы Зөбәйер Дауытов яланға хуш еҫ таратып былау бешерҙе, төрлө үләндәрҙән сәй ҡайнатты. Самауыр сәйен ололар ҙа, балалар ҙа яратып, ҡабат-ҡабат яһатып эсте. Байрам дауамында өҫтәлдән ҡымыҙ, буҙа, айран, шишмә һыуы өҙөлмәне.

Бөтә төр уйындарҙан һуң, туғандар төрлө тарафтарҙан алып ҡайтҡан күстәнәстәр менән һыйландылар. Һуңынан йәшлек йырҙарын иҫкә алып йырлашып, заманса көйгә бейеп тә алдылар. Ярыш йомғаҡтары буйынса Зиннәтулла Мөслимов быуыны балалары еңеүсе тип танылды. Уларҙың командаһына күсмә кубок тапшырылды.

Осрашыуға килгән туғандар “Тик изге аҡыл тормошто һаҡлар” тигән девиз менән сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә Юлдаш ауылында таҡтаташ асыуҙы ойошторорға тигән теләк белдерҙе һәм Скворчиха биләмәһе башлығы, Мөслимовтарҙың 4-се быуын вәкиле Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы Герасименкоға мөрәжәғәт итте.

Байрамға килеүселәр осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм тағы ла осрашырбыҙ тигән теләк менән таралышты. 

 

Фотолар ғаилә архивынан

Мөслимовтар нәҫеле Спартакиадаға йыйылды
Мөслимовтар нәҫеле Спартакиадаға йыйылды
Мөслимовтар нәҫеле Спартакиадаға йыйылды
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: