Ярыштар Халыҡ-ара балалар көнөнә һәм бокс буйынса беренсе тренер В.Б.Данилин иҫтәлегенә арналды. Унда барлығы 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Ишембайҙарҙан тыш Ырымбур, Һамар, Силәбе ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙағстандан да спортсылар булды.
Өс спортсыбыҙ - Иршат Моратов, Вячеслав Пискунов, Данил Уляев үҙҙәренең йәш һәм ауырлыҡ категорияларында еңеү яуланы. Илнар Фәйзуллин һәм Акмал Ғәзизов көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Барлыҡ еңеүселәргә һәм призерҙарға грамоталар, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Махсус приз менән билдәләнгән спортсылар араһында ике егетебеҙ булыуы шатландыра. Вячеслав Пискунов - “Еңеүгә ынтылыш өсөн”, Данил Уляев “Иң яҡшы техника өсөн” махсус призын алды. Бынан тыш, судьялар Ишембай спортсыларының сағыу техник көрәшен билдәләне. Егеттәрҙе ярышҡа тренерҙар Мансур Латыпов менән Владимир Маямсин әҙерләгән.
Фото Ишембай бокс үҙәге архивынан.