Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Апрель , 16:00

Беҙҙекеләр – иң көслөһө

Ишембай каратистары бөтә Рәсәй турнирында 37 призлы урынға лайыҡ булды. Рәсәйҙә көнсығыш Фудокан каратэ-до спорт төрөнә 30 йыл тулыу уңайынан асыҡ турнирҙа барлығы 817 кеше ҡатнашты.

Беҙҙекеләр – иң көслөһө
Беҙҙекеләр – иң көслөһө

Яҡташ спортсыларыбыҙ призлы урындарҙы «ката», «кумитэ», «нунчаку-кумитэ», «кихон-кумитэ» дисциплиналары буйынса яуланы. Ярышта Снежанна Меховова өс алтын һәм бер бронза миҙал менән бүләкләнһә, Алена Малявко – ике «алтын», бер «бронза», Арина Риске ике «алтын» яулай. Шулай уҡ беренсе урында – Кирилл Усков һәм Тимерлан Сахаутдинов, София Войнова, София Борчина һәм Кира Шәнгәрәева.

Икешәр көмөш миҙал менән Злата Баленконың, Матвей Путенихиндың (шулай уҡ бронза миҙал) һәм Эдгард Войновтың (шулай уҡ ике бронза миҙал) сығыштары баһалана.

Бынан тыш, Александра Землянскова, Эмиль Тимерғазин, София Борчина, София Моратова, София Архипова, Егор Командиров (шулай уҡ бронза миҙал), Вилдан Ғәзиев һәм Алексей Стручалин икенсе урын яулауға өлгәшә.

 

Фото Марат Әйүповтың архивынан

Автор:Асия МОРАТОВА.
Читайте нас в