Мәктәп уҡыусылары ҡышҡы каникулдарҙы, ә халыҡ байрам көндәрен файҙа менән үткәрһен өсөн ҡаланың спорт мәктәптәре 1-13 ғинуарҙа ишембайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын саңғы базаһында, спорт һарайында, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында, “Нефтсе” стадионында, шашкалар буйынса спорт мәктәбендә көтөп ҡала.
Саңғы базаһы каникулдар осоронда көн һайын эшләйәсәк. 30 декабрҙә Яңы йыл саңғы уҙышы үтәсәк. Сара 15-00 сәғәттә башлана. Күмәк старт 18-00 сәғәттә.
7 ғинуарҙа - Раштыуа ярыштары.
4 ғинуарҙа 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (Спорт һарайы) муниципаль райондар хакимиәттәре
хеҙмәткәрҙәре араһында Х Яңы йыл спартакиадаһы уҙасаҡ. 11-00 сәғәттә башлана.
2 ғинуарҙан йөҙөргә яратыусылар “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына һәм Спорт һарайына бассейнға бара аласаҡ. 2-8 ғинуарҙа “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы көн һайын 10.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә, спорт һарайы 15.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
“Нефтсе” стадионында каток көн һайын 13.00-22.00 сәғәттәрҙә асыҡ буласаҡ.
Яңы йыл каникулдары осоронда ҡала һәм райондың мәҙәниәт учреждениеларында ла күп саралар үтәсәк:
2 ғинуарҙа «Нефтсе» мәҙәниәт йортонда балалар өсөн күңел асыу программаһы;
Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә 2 ғинуарҙа балалар өсөн “Мөғжизәләр яланы” уйын программаһы, 3 ғинуарҙа ололар өсөн “Карнавал” совет фильмы күрһәтеләсәк, 4 ғинуарҙа «Мөғжизәле Яңы йыл» тип аталған дискотека, 5 ғинуарҙа «Ер йөҙөндәге халыҡтар Яңы йылды нисек ҡаршылай» викторинаһы, 6 ғинуарҙа “Раштыуа мөғжизәһе” байрамы үтәсәк.
Йәштәр эштәре буйынса комитеттан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы 3 ғинуарҙа “Көньяҡ” биҫтәһендә йәшәүсе бәләкәстәр өсөн уйын программаһы уҙғарыласаҡ, 2-7 ғинуарҙа Йәштәр һарайында бушлай фильмдар һәм мультфильмдар күрһәтеләсәк.
7 ғинуарҙа Ҡала мәҙәнәниәт һарайында Раштыуа байрамы, 9,10 һәм 11 ғинуарҙа 12.00-14.00 сәғәттәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендәге ҡала шыршыһында ҡышҡы уйындар, шулай уҡ ата-әсәләр, балалар өсөн конкурстар уҙғарыласаҡ.
Шулай уҡ район ауылдары мәҙәниәт йорттарында ла әүҙем мәҙәни саралар планлаштырылған.
Ялығыҙ күңелле, иң мөһиме файҙалы үтһен.