5 -йомортҡа.
150-һыйыр майы.
1 -стакан ҡаймаҡ.
2 -стакан шәкәр ҡомо.
2 -стакан он.
1 -балҡалаҡ аш содаһын һүндереп ҡушаһың.
Барыһын бергә яҡшылап болғатырға һәм өс өлөшкә бүлеп йәймә бешерергә. Өсөнсө өлөшөнә какао ҡушырға.
Кремды ҡуйыртылған һөттән һәм һыйыр майынан яһайым.
Коржиктар бешкәс тирә-яҡтарын тигеҙ итеп киҫергә һәм араларына крем буяп ҡатларға .Уртаға какаолы йәймәне ҡуйырға.
Өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәгеҙ.
Бик тәмле килеп сыға!
Автор фотолары.