Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
29 Декабрь 2023, 11:00

Мандариндан бәлеш

Яңы йыл ул бала саҡтан мандарин еҫен хәтерләтә. Әйҙәгеҙ, был Яңы йыл емешенән Яңы йыл бәлешен бешерәйек.

Кәрәк була:
 
Ҡамыр өсөн:

* 250 гр он

* 250 гр аҡ май

* 4 йомортҡа

* 200 гр шәкәр

* 1,5 балғалаҡ разрыхлитель

* 1 балғалаҡ ванилле шәкәр.
 
Глазурь өсөн:

* 150 гр шәкәр пудраһы

* 3 аш ҡалағы мандарин һуты.
 
Эслек өсөн:

* 7-8 мандарин.

Әҙерләү:
 
Йомортҡаларҙы шәкәр һәм ваниль ҡушып күперткәнсе туҡыйбыҙ (блендер менән 12-15 минут). Аҡ майҙы талғын утта иретәбеҙ ҙә (ныҡ эҫе булмаҫҡа тейеш), нәҙек кенә ағым менән туҡылған йомортҡа өҫтөнә ҡоябыҙ. Иләнгән ондо разрыхлитель менән бутап, ҡатнашмаға ҡушабыҙ. Ҡамыр әҙер.
 
Мандаринға сират етте. Уны өлөштәренә бүлеп сығабыҙ ҙа аҡ төҫтәге пленкаһынан таҙартабыҙ.

Табаны майлайбыҙ ҙа ҡамырҙы ҡоябыҙ. Өҫтөнә мандаринды теҙеп һалып сығабыҙ. 190 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 40-50 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
 
Был ваҡыт эсендә мандарин һутын шәкәр пудраһы менән ҡушып болғатып, эҫе бәлеш өҫтөнә ҡоябыҙ. Хәҙер инде хуш еҫле бәлештең һыуынғанын ғына көтөргә ҡалды.
 
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Автор:
Читайте нас: