Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
24 Август 2023, 20:00

БЕР КӨНЛӨК ТОҘЛО КӘБЕҪТӘ

Бик тиҙ эшләнә, бик ябай ысул.

БЕР КӨНЛӨК ТОҘЛО КӘБЕҪТӘ
БЕР КӨНЛӨК ТОҘЛО КӘБЕҪТӘ

Кәрәк була: аҡ кәбеҫтә, кишер, тоҙ, шәкәр йәки бал, ҡайнатып һыуытылған һыу, өс литрлы банка һәм теләк, әлбиттә.

Кишерҙе тәменсә алырға була, эре ҡырғыстан үткәрергә йәки һаламлап киҫергә мөмкин.

Кәбеҫтә менән ҡатнаштырып, банкаға тығыҙлап тултырырға.

Хәҙер һыуытылған һыуҙы алып, һауытҡа ҡойорға. Һыу һеңгәнен бер ни тиклем көтөгөҙ һәм яңынан өҫтәгеҙ. Унан һуң, һыу өҫтәүҙе туҡтатҡас, өҫтөнә бер ҡалаҡ тоҙ һәм бер ҡалаҡ бал йәки шәкәр һалығыҙ. Банканы киң сөм һауытҡа ултыртығыҙ, сөнки кәбеҫтә һут ебәрә башлай. Көн дауамында кәбеҫтә әҙер була.

Табынға һуған, май ҡушып бирәләр.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:
Читайте нас: